“Айыҡ ауыл – 2021” конкурсы сиктәрендә Абҙан ауылында “Ҡарға бутҡаһы” байрамы ойошторолдо. Уны ҡарар өсөн ауылдың мәктәп майҙанына халыҡ күпләп йыйылды. Балаларҙы байрам менән таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу – сараның төп маҡсаттарының береһе булды.
Ҡаҙанда бутҡа бешкән арала милләттәштәр төрлө уйындар, ярыштар ойоштороп, үҙ-ара көс һынашҡан. Түбәтәй, Аҡ тирәк – күк тирәк, Йәшерәм яулыҡ, Ебегән уйындары балаларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы. Өлкән йәштәгеләр ҙә, бәләкәстәр ҙә үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышты. Шулай уҡ күмәкләшеп йырҙар башҡарып, шиғыр һөйләп, йомаҡтар сисеп күңел астылар.