Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 11:19

Ҡыуаныслы хәбәр

Улар араһында Абҙан ауыл биләмәһе башлығы Айнур Хәсәнов “БР-ҙың ауыл биләмәләре араһында иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр ” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Ҡыуаныслы хәбәр
Ҡыуаныслы хәбәр

Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының ХII съезы уҙҙы. Ошо йәһәттән муниципалитет вәкилдәре үҙҙәренең һөнәри байрамы – Урындағы үҙидара көнөндә республиканың баш ҡалаһына йыйылды. Сара урындағы үҙидара өлкәһендә мөһим бурыстарҙы тикшереү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡты тәшкил итте. Унда муниципалитет (район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район советы рәйесе Леонид Семенчук, район Советы секретары Фәиз Йортомбаев һәм ауыл биләмәһе башлыҡтары), федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты. Делегаттар ыңғай тәжрибә менән уртаҡлашты, муниципалитет эшенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, киләсәккә бурыстар билдәләне.

Съездың пленар өлөшөндә ғәҙәттәгесә идара рәйесе советтың 2021 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет яһаны, шулай уҡ берекмәнең етәксе органдары һайланды. Бынан тыш, урындағы үҙидараның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәлдәр” тәртибендә секциялар эшләне.

Көн дауамында муниципаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостандың дәүләт наградалары һәм “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырылды. Улар араһында Абҙан ауыл биләмәһе башлығы Айнур Хәсәнов “БР-ҙың ауыл биләмәләре араһында иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр ” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в