Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 10:56

Яҡшы һөҙөмтә

Кушнаренко районында Юрий Гагарин кубогын яулар өсөн мәктәп баскетбол лигаһының финал уйындары уҙҙы.

Яҡшы һөҙөмтә
Яҡшы һөҙөмтә

Кушнаренко районында Юрий Гагарин кубогын яулар өсөн мәктәп баскетбол лигаһының финал уйындары уҙҙы. Спорт сараһында республиканың иң көслө һигеҙ йыйылма командаһы үҙ-ара көс һынашты.

Күптән түгел 1-се Архангел мәктәбенең ҡыҙҙар йыйылма командаһы төбәк этапта уңышлы сығыш яһап, республика беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булғайны. Тренерҙар С.А.Рубин менән В.М.Моисеев етәкселегендәге баскетболсыларыбыҙ бөтә уйындарҙы ла еңеү өсөн бар тырышлығын һалды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса ҡыҙҙар йыйылма командаһы “көмөш” миҙалға лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в