+10 °С
Болотло
XXIV спартакиада ярыштары сиктәрендә 2-се Архангел мәктәбенең өҫтәл теннисы буйынса үҫмерҙәр йыйылма командаһы Ҡырмыҫҡалы районында ойошторолған төбәк ярышта ҡатнашты. Бйгелә барыһы алты район үҙ-ара көс һынашты.
Шәхси беренселектә Әбсәләмов Айҙар – “көмөш”, Мочалов Глеб “бронза” миҙал яуланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса командалар араһында яҡташтарыбыҙ өсөнсө урынға күтәрелде.