Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 11:04

Сүп-сарҙы айырасаҡтар

Ошо көндәрҙә Архангел ауылы эргәһендәге полигонда сүп-сарҙы айырыу буйынса комплекс асылды.

Сүп-сарҙы айырасаҡтар
Сүп-сарҙы айырасаҡтар

Ошо көндәрҙә Архангел ауылы эргәһендәге полигонда сүп-сарҙы айырыу буйынса комплекс асылды. Хәҙер иһә райондың бөтә сүп-сары эшкәртеләсәк. Был, тәү сиратта, полигондың тиҙ тулыланыуына юл ҡуймаясаҡ. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, сүп-сарға икенсе “ғүмер” биреләсәк, экологик мәсьәләгә лә ыңғай йоғонто яһаласаҡ.

Сараны тантаналы рәүештә асыу мәлендә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район Советы депутаты Рафаэль Харисов, “Еләҫ ел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәксеһе Светлана Вәлиева һәм төрлө БР Экология һәм тәбиғәт менән файҙаланыу министрлыҡтарынан вәкилдәр ҡатнашты. “Ҡыҙыл таҫманы” ҡырҡҡандан һуң, делегаттар комплекстың эшмәкәрлеге менән танышты.

Яңы объекттың барлыҡҡа килеүе һигеҙ кешене эш менән тәьмин итәсәк. Киләсәктә ике сменала эш башланһа, хеҙмәткәрҙәрҙең һаны ла артасаҡ тип белдерелде һөйләшеү барышында.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в