Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 16:35

Республикала йылға буйында ике бала әсәһенең кәүҙәһе табылған

25 апрелдә көндөҙ Салауат районында ашығыс хеҙмәттәргә Йүрүҙән йылғаһында, ярҙан ун метр алыҫлыҡта, билдәһеҙ кешенең мәйете табылыуы тураһында хәбәрҙәр килгән.

Республикала йылға буйында ике бала әсәһенең кәүҙәһе табылған
Республикала йылға буйында ике бала әсәһенең кәүҙәһе табылған

25 апрелдә көндөҙ Салауат районында ашығыс хеҙмәттәргә Йүрүҙән йылғаһында, ярҙан ун метр алыҫлыҡта, билдәһеҙ кешенең мәйете табылыуы тураһында хәбәрҙәр килгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итте.

«Хоҡуҡ һаҡлаусылар тиҙ арала мәрхүмдең шәхесен асыҡлаған. Ул Салауат районынан 43 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмаған. Оло йәштәге әсәһе һәм ике бәләкәй балаһы менән үҙ йортонда йәшәгән», — тип һөйләне әңгәмәсе.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Суд-медицина экспертизаһынан һуң ике баланың әсәһенең ниҙән үлгәне билдәле булырға тейеш.

Фото: Башинформ

Автор:Г. Фаткуллина
Читайте нас в