XXIV спартакиада сиктәрендә Ауырғазы районында көрәш буйынса төбә-ара ярыштар уҙҙы. Спорт сараһында 50-нән ашыу йәш спортсы ҡатнашты.
Тренерҙар И.Ә.Әхмәтйәнов менән Н.З.Бәширов етәкселегендә шөғөлләнгән үҫмерҙәр ярайһы уңыштарға өлгәште. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Скродер Алексей, Асҡаров Самир, Гибет Никита – “көмөш” , Антипин Артём, Дегтярев Егор, Ҡрымбаев Дамир, Кузнецов Кирилл “бронза” миҙал яуланы.