Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 11:07

Һаҡларға һәм үҫтерергә

Ошо көндәрҙә Архангелдә “Башҡортостанда рустарҙың соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәнең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Һаҡларға һәм үҫтерергә
Һаҡларға һәм үҫтерергә

Ошо көндәрҙә Архангелдә “Башҡортостанда рустарҙың соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәнең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә ауыл биләмәләренән, йәмәғәт ойшмаларынан, руханиҙар вәкиләдәренән барыһы 58 делегат ҡатнашты.

Сараны район хакимиәте башлығы А.З.Сәйетғәлин менән “Башҡортостанда рустарҙың соборы” башҡарма комитетының ағзаһы М.В.Саранцева сәләмләгәндән һуң, отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы. Районда был юҫыҡта башҡарылған эштәр хаҡында ойошма етәксеһе Е.А.Егорова бәйән итте. Шулай уҡ делегаттар алдында Михайло-Архангел храмының өлкән священигы Е.Н.Коробов, район башҡорттары Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Ж.Х.Мөхәмәтйәнов, цифрлы мәғлүмәт үҙәгенең директоры Ю.С.Колесникова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Сара районда “Башҡортостанда рустарҙың соборы”  йәмәғәт ойошмаһының яңы рәйесен, ағзаларын һайлау, киләсәккә пландар ҡороу һәм резолюцияны ҡабул итеү менән тамамланды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в