

Ошо көндәрҙә “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә мәктәп уҡыусылары араһындағы спартакиада сиктәрендә шахмат буйынса ярыш уҙҙы. Спорт сараһында 1-се, 2-се Архангел, Абҙан, Баҡалды, Благовещенка, Зәйет, Ҡыҫынды һәм Ҡыҙыл Еҙем йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашты. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Фәрзәнә Хәсәнова сәләмләп, иң зирәк спортсыларҙың еңеүен теләне.
Шәхси беренселектә беренсе таҡтала Хәсәнов Иҙел (1-се Архангел), Юнысов Ғәйсәр (2-се Архангел), Мәзитов Руслан (Баҡалды) – 1-се, Хөснөтдинов Әмирхан (Абҙан) – 2-се, Лапсин Евгений (Ҡыҙыл Еҙем) 3-сө урынды яуланы. Икенсе таҡтала Әбсәләмов Рифат (2-се Архангел) бөтәһен дә еңеп – “алтын”, Исхаҡов Артур (1-се Архангел) – “көмөш” һәм Лапсин Виктор (Ҡыҙыл Еҙем) “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Өсөнсө таҡтала Аҙнабаев Алмаз (Баҡалды) – I, Хәсәнов Әлмир (Абҙан) – II, Антипин (Ҡыҙыл Еҙем) III баҫҡысҡа күтәрелде. Дүртенсе таҡтала Сафина Камилаға (2-се Архангел) тиңдәр табылманы. Икенсегә Шәрәфетдинова Зарина (1-се Архангел), өсөнсөгә Шаһиморатова Арина (Баҡалды) дәғүә итте. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса 2-се Архангел мәктәбе шахматсылары иң күп мәрәй йыйып – беренсе, 1-се Архангел – икенсе һәм Баҡалды спортсылары өсөнсө урынды биләне.