Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
17 Марта 2022, 03:57

Иҫтәлеккә – турнир, волейболсылар байрамы үтте

Күптән түгел Абҙанда башҡорт кавалерия дивизияһы полковнигы, ауылдашыбыҙ, Сәйфулла Хәбиров иҫтәлегенә 25-се тапҡыр волейбол буйынса ярыш ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫтәлеккә – турнир, волейболсылар байрамы үттеИҫтәлеккә – турнир, волейболсылар байрамы үтте
Иҫтәлеккә – турнир, волейболсылар байрамы үтте

Күптән түгел Абҙанда башҡорт кавалерия дивизияһы полковнигы, ауылдашыбыҙ, Сәйфулла Хәбиров иҫтәлегенә 25-се тапҡыр волейбол буйынса ярыш ойошторолдо. Бәйгелә Архангел (Абҙан, Архангел, Арх-Латыш, Инйәр), Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарынан йыйылма командалар үҙ-ара көс һынашты. Сараның рәсми өлөшөндә район Хакимиәте башлығы А.З.Сәйетғәлин, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Б.Г.Йомадилов, БР Адвокаттар палатаһы адвокаты Д.Г.Кинйәғолов, Абҙан ауыл биләмәһе башлығы А.М.Хәсәнов  ҡатнашты.

Быйыл ярышта кубокты яулар өсөн туғыҙ йыйылма команда дәғүә белдерҙе. Һәр партия көсөргәнешле үтте, еңеүсе исемен яулар өсөн бар тырышлыҡтарын һалдылар. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса майҙан хужалары абҙандар – беренсе, ҡырмыҫҡалылар – икенсе, Өфө районы Алексеевка ауылы өсөнсө урынға сыҡты. Шулай уҡ ярыштан һуң “Иң яҡшы волейболсы” – Руслан Ҡужәхмәтов (Абҙан), “Турнир ветераны” –  Айнур Хәсәнов (Абҙан), “Иң яҡшы блок ҡуйыусы” – Эдуард Солтанов (Ҡырмыҫҡалы), “Иң яҡшы һөжүмсе” – Умар Османов, “Иң яҡшы бәйләүсе” – Ярослав Цаплин, “Иң яҡшы һаҡсы” номинацияһында Сергей Губачев (Архангел) билдәләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас