Ошо көндәрҙә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 76-сы саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Фажиғәлә Kia Rio машинаһында хәрәкәт итеүсе граждан ҡаршыға килгән “Лада Веста” хужаһы менән бәрелешкән. Аварияла бер кеше йән биргән, бишәүһе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау эштәре бара.
Ҡыш миҙгеле автомобилселәр өсөн айрыуса хәүефле мәл. Шуға күрә, водителдәр юлда мөмкин тиклем иғтибарлы, юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.