Ошо көндәрҙә Екатеринбург ҡалаһында тхэквондо буйынса Бөтә Рәсәй ярышы уҙҙы.
Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу спортсы үҙ-ара көс һынашты.
Бәйгелә Башҡортостан йыйылма командаһы исемлегендә районыбыҙҙың “Молот” спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе ике яҡташыбыҙ: Алтынова Ләйсән менән Хәсәнова Айлина (тренерҙары Азамат Ураҙғолов менән Эльмир Бакиров) ҡатнашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, Алтынова Ләйсән уңышлы сығыш яһап, “алтын” миҙалға лайыҡ булды.Тиҙҙән “Молот” спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр 10-12 декабрь Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашасаҡ.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе