Инйәр
+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2021, 18:27

Бил бирмәҫ батырҙар

Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында ирекле көрәш буйынса республика беренселеге уҙҙы.

Асыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында ирекле көрәш буйынса республика беренселеге уҙҙы.Бәйгелә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 200 ашыу спортсы үҙ-ара көс һынашты. Ярышта “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә шөғөлләнеүсе 17 көрәшсе ҡатнашты. Тренерҙар Илдар Әхмәтйәнов менән Нур Бәширов етәкселегендә яҡташтарыбыҙ ярайһы уңыштарға өлгәште. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Голонза Богдан, Перова Милана – “алтын”, Барсукова Дарья, Гаричева Дарина – “көмөш”, Кобяков Никита, Жиляков Кирилл, Антипин Артем, Зөбәйерова Фаягөл “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Призерҙар БР Йәштәр министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.Фәрзәнә Хәсәнова,“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры

Автор:Альберт Рахимов
Читайте нас в