Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2021, 18:32

Ҡапҡалар яңыртылды

Архангел ауыл биләмәһе ҡарамағында ике гидротехник ҡоролма (үрге һәм түбәнге быуа) иҫәптә тора.

Альберт Рахимов
Фото:Альберт Рахимов

Архангел ауыл биләмәһе ҡарамағында ике гидротехник ҡоролма (үрге һәм түбәнге быуа) иҫәптә тора. Әлеге мәлдә урындағы етәкселек тарафынан уларҙы федераль реестрға индереү буйынса эштәр алып барыла. Атап әйткәндә, декларацион тикшереү, Аҫҡын йылғаһына зыян килтереү буйынса акттар төҙөлә. Әлеге мәлдә улар ростехнадзорҙа экспертиза үтә. Ошо дөйөм эштәр тамамланғас гидро-техник ҡоролмалар федераль реестрға иҫәпкә инәсәк.– Сентябрҙә белгестәр үрге быуала махсус тикшереү үткәргәндән һуң, БР Экология һәм тәбиғәт менән файҙаланыу министрлығына унда капиталь ремонт эшләү буйынса (һуңғы тапҡыр 2007 йылда төҙөкләндереү эштәре булған) ғариза яҙылды. Ошо көндәрҙә ауыл хакимиәте көсө менән ГТС-тың ҡапҡалары яңыртылды. Хәҙер иһә Аҫҡын йылғаһының һыуы яҙғы-көҙгө осорҙа халыҡ өсөн хәүефһеҙ ағыр тигән өмөттәбеҙ,- тип белдерҙе ауыл хакимиәте башлығы Ғәли Төгөлбаев.

Автор:Альберт Рахимов
Читайте нас в