Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2021, 10:40

“Ябай ғына ҡоролма кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара”,- ти район хакимиәте башлығының урынбаҫары Салауат Фәтҡуллин

Көҙгө-ҡышҡы осор башланыу менән, ҡыҙғанысҡа күрә, янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта.

Альберт Рахимов
Фото:Альберт Рахимов

Көҙгө-ҡышҡы осор башланыу менән, ҡыҙғанысҡа күрә, янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта. Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре - мейес һәм электр йылытыу приборҙары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү. Янғын хәүефһеҙлеге талаптары нормаһына һәм ҡағиҙәләренә тап килгән йорт (фатир) унда йәшәүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге гаранты булып хеҙмәт итеүен иҫтә тоторға кәрәк. Был хаҡта район хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Фәтҡуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ауылдарҙа мейес менән күпселек халыҡ ҡуллана. Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим?

– Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, сарҙаҡта, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим.Мейесте яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр, шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 50х70 см ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш.Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай. Бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡабыҙыу, ваҡытлыса ҡуйылған электр үткәргесте файҙаланыу, ҡулдан эшләнгән электр йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.

–Электр ҡорамалдары ла хәүефле. Был хаҡта нимә әйтерһегеҙ?

– Электр йылытыу ҡорамалдарын тәҙрә пәрҙәләре, мебель һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Йылытҡыс янмай торған таяуҙарҙа торорға тейеш. Иң мөһиме – электр йылытыу приборҙарын, шулай уҡ башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡараусыһыҙ ҡалдырырға рөхсәт ителмәй.Йылытҡыс электр көнкүреш приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ:- электр селтәренә тоташтырылған көнкүреш приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ;- электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ электр приборҙарынан, электр розеткаларынан файҙаланмағыҙ;- электр ҡорамалдарын завод инструкциялары талаптарына ярашлы фвйҙаланығыҙ;- бер электр розеткаһына бер юлы бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ, электр селтәренә көс төшәсәк;- асыҡ ут сығанаҡтарынан (шәм, шырпы) файҙаланыу зарурлығы барлыҡҡа килгән осраҡта һаҡ булығыҙ;- электр ҡорамалдары өҫтөндә кейем киптермәгеҙ һәм башҡа төрлө янып китеүсән материалдар ҡуймағыҙ.Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ.

– Янғын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы йыһазландырыуҙың файҙаһы бармы?

– Әлбиттә, ут тоҡанып китеүҙе һәм һөҙөмтәлә янғын сығыуҙы, кешеләрҙең үлемен һәм матди зыянды булдырмау өсөн һәм автоном янғын тураһында хәбәр итеү ҡоролмаһын урынлаштырыу зарур, ул төтөн еҫен һиҙә һәм ныҡ итеп һыҙғыра башлай. Районда барыһы 4624 берәмек янғын иҫкәртеүсе ҡоролма йорттарҙа ҡуйылған. Уларҙың 680-е – ауыл биләмәләре, 2240-ы республика бюджетынан тарафынан булһа, ҡалғаны бағымсылыҡ ярҙамы менән йорт хужаларына бирелде. Республикала “Атайсал” проекты әүҙем эшмәкәрлек алып бара, шуға ла яҡташтарыбыҙ был проектҡа ҡушылып, райондаштарыбыҙға ҡоролмаларҙы һатып алыуға ярҙам итһә, яҡшы күренеш булыр ине.Ысынлап та, янғын хәүефһеҙлеге көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Шунлыҡтан был тәңгәлдәге сараларҙы даими алып барыу мөһим. Профилактика саралары йыл дауамында бара. Районда “Торлаҡ” операцияһы ойошторола. Янғын һүндереүселәр, ауыл хакимиәттәре белгестәре даими рәүештә йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешен ҡарай. Йыш ҡына электр селтәрҙәренең иҫке булыуын, мейестәрҙе файҙаланыу талаптарының үтәлмәүен күҙәтергә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тәҡдимдәргә һәм кәңәштәргә “ҡолаҡ һалмаусылар” ҙа етерлек. Был иһә янғын сығыуға килтерә. Кеше башлыса уттан түгел, ә һөрөм еҫенән һәләк була. Уның өсөн үлемесле, ағыулы һауаны бер нисә тапҡыр тын алыу ҙа етә. Алкоголле эсемлектән иҫергән кешеләр янғын сыҡҡанда уҡ һөрөмдән ағыуланған була. Сөнки күп осраҡта улар еҫте тоймай. Үҙебеҙҙе, ғаиләбеҙҙе, ғүмер буйы йыйған мөлкәтебеҙҙе һаҡлау сараһы булған осраҡта ни өсөн ундай мөмкинлекте файҙаланмаҫҡа? Шуларҙың береһе – өйҙәргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу.Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы үҙегеҙгә лә һатып алып ҡуйырға тәҡдим итебеҙ. Хаҡтары юғары түгел. 200 һумдан башлана. Ләкин иң арзандарына бик үк ышаныс белдермәҫкә кәңәш ителә. Ҡоролмаларҙы һатып алғанда сертификаттарҙың булыу-булмауын тикшерергә кәрәк. Ҡоролмаларҙы һәр кем үҙҙәре алып ҡуя ала. Бары тик даими рәүештә уларҙағы батарейкаларҙы тикшереп торорға кәрәк. Көнө-төнө эшләп торғанлыҡтан, уларҙың көсө бик тиҙ бөтөүе ихтимал. Янғын сыҡҡан осраҡта, ҡоролмалар кешене уятырлыҡ көслө тауыш бирә. Ләкин уларҙы аш-һыу, йыуынып сығыу бүлмәләренән алыҫыраҡ ҡуйырға кәңәш ителә. Юғиһә, ризыҡ бешергән еҫкә лә сигнал биреүе ихтимал.

– Төплө яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт! Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, тиҙҙән оҙайлы ялдар көтә янғындан һәр саҡ уяу булайыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.

Автор:Альберт Рахимов
Читайте нас в