Ошо көндәрҙә Липовка ауыл биләмәһендә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының инспекторы Рәмил Мөлөков, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең янғынға ҡаршы пофилактика эше буйынса белгес Андрей Трезе һәм Липовка ауыл биләмәһенең ер белгесе Айҙар Халиков тарафынан махсус рейд ойошторолдо.Улар яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге граждандарҙың, шулай уҡ социаль яҡтан хәүеф тыуҙырған ғаиләләрҙең йорттарында булды. Тикшереү мәлендә йорт хужаларының мейестәре ҡаралды, бер рәттән электр сымдарының төҙөклөгө, янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың барлығы баһаланды. Халыҡ менән әңгәмә барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса һүҙ алып барылды, махсус листовкалар таратылды.