Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
19 Марта 2021, 05:00
ИКЕ РАЙОНДА ШАРТЛАУ ЯҢҒЫРАЯСАҠ
Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы районы халҡын, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан ошо турала иҫкәрттеләр.
Добавить в предпочтительные источники Google
63494-се хәрби часть хеҙмәткәрҙәре Өршәк йылғаһының Һабыр, Петряево, Первомайский һәм Бикәй ауылдары янындағы урындарында шартлатыу эштәре башҡарасаҡ.
“Халыҡтың ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ. Был саралар яҙғы ташҡынды имен үткәреп ебәреү өсөн эшләнә. Ағымдағы йылда боҙ шартлатыу эштәрен башҡарыуҙы һорап, тағы алты муниципаль район ғариза тапшырған”, - тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Яҡын арала Инйәр, Еҙем (Архангель һәм Ғафури райондары), Ағиҙел (Бөрйән районы), Сәрмәсән (Саҡмағош), Оло Инйәр (Белорет) һәм Ҡариҙел (Ҡариҙел районы) йылғаларында боҙ шартлатыу эштәре башҡарыласаҡ.
Белгестәр белдереүенсә, республика биләмәһендә 18 районда һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған 33 участка иҫәпләнә.
Фото: "Башинформ" .
Материал:
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ike-rayonda-shartlau-ya-irayasa-722484/
сайтынан
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"