Инйәр
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 13:03

Беренсе тапҡыр үткәрелә

***

Башҡортостанда беренсе тапҡыр һуҡырҙар араһында йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелә.
Был үҙенсәлекле спорт сараһы бөгөн Өфөләге Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә башланды. Унда илдең 19 төбәгенән 100-ҙән ашыу 14 йәшлек һәм унан өлкәнерәк спортсы-инвалид ҡатнаша. Спортсылар йөҙөүҙең баттерфляй, брасс, арҡала йөҙөү, ирекле стиль, эстафета һәм комплекслы йөҙөү кеүек төрҙәрендә ҡатнаша.
Сараны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар спорты федерацияһы, Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге, республиканың Паралимпия резервын спорт адаптациялауы үҙәге ойоштора.
Был сара иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсакттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, йөҙөү менән барыһы ла шөғөлләнә ала. Өҫтәүенә, ул сәләмәтлекте нығытып ҡына ҡалмай, кәйефте күтәрә, шатлыҡ гормоны – эндорфин – барлыҡҡа килә.
Читайте нас в