Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты. Төбәк етәксеһе спортсыларға Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарында сағыу еңеүҙәр, уңыштар теләне.
Мәғлүм булыуынса, КХЛ-дың даими чемпионаты йомғаҡтары буйынса Өфө клубы Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында.
– Даими чемпионат “Салауат Юлаев” өсөн насар тамамланманы. Һеҙ әүәлге өс йыл менән сағыштырғанда яҡшы һөҙөмтә күрһәттегеҙ. Ошо турнир өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Ул бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы булды. Беҙгә байтаҡ күңелле мәлдәр бүләк иттегеҙ. Туғыҙ еңеүҙән торған һуңғы серия бигерәк тә шәп булды, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы, плей-оффта клуб өсөн төп бурыс – Гагарин кубогын яулау, тип билдәләне.
– Был турала йыл һайын хыялланабыҙ. Уға өлгәшеү өсөн беҙҙә бөтәһе лә бар: команда рухы ла, компетентлыҡ та, оҫталыҡ та. Клубта ысын ир-егеттәр дуҫлығының һаҡланып ҡалыуы айырыуса мөһим, – тине төбәк етәксеһе. – Иртәгә бөтә республика, халҡыбыҙ һәм көйәрмәндәр көтөп алған ваҡиға башлана. Ябай булмаған командаға ҡаршы сығаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта һеҙ үтәй алмаған бурыс юҡ кеүек тойола. Тик бер аҙ тырышлыҡ ҡына кәрәк. Оҙайлы, ҡатмарлы, ауыр уйынға көйләнеүегеҙҙе теләйем. Хоккейсылар әйткәнсә, плей-оффта еңеү өсөн уңыш ҡына түгел, бигерәк тә ҡоростай ныҡлы түҙемлек кәрәк. Мин һеҙгә түҙемлек, көс-ғәйрәт һәм ныҡышмалылыҡ теләйем, сөнки ошо сифаттарға эйә булһағыҙ, уңыш та, голдар ҙа үҙенән-үҙе килер. Бирешмәгеҙ – бына тигән хоккей күрһәтегеҙ!
Баш тренер Томи Ламса команда исеменән республика етәксеһенә рәхмәт әйтте.
"Миҙгел насар булманы, әммә иң мөһиме – плей-оффта нисек сығыш яһауыбыҙ, әлбиттә. Маҡсатыбыҙ бер – Гагарин кубогы, – тине ул. – Плей-оффта беҙ яңы кимәлгә сығырға һәм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн тағы ла күберәк эшләргә тейешбеҙ".
Мәғлүм булыуынса, 3 һәм 5 мартта “Салауат Юлаев” командаһы Силәбенең “Трактор”ы менән Өфөлә, ә 7 һәм 9 мартта ситтә уйнай.