Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 16:49

Эшһеҙлекте кәметеү – уртаҡ бурыс

***

2 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда төбәктәге мәшғүллек баҙарындағы хәл тикшерелде.
2020 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә, коронавирус пандемияһына бәйле, дөйөм эшһеҙлек кимәле 4,6 проценттан 5,8 процентҡаса күтәрелгән, ә теркәлгән эшһеҙҙәрҙең һаны 2019 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырҙан артып киткән.
– Беҙҙең республикала ла хеҙмәт баҙарындағы хәл ябайҙан түгел. Былтыр декабрҙә дөйөм эшһеҙлек күрһәткесе 6 процентҡа етте. 2019 йылда иһә был һан 4,4 процент тәшкил иткән. Шул уҡ 2019 йыл менән сағыштырғанда, рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны былтыр декабрҙә 5,8 тапҡырға күберәк булған. Әлеге ваҡытта хәл әкрен генә яйға һалына. Мәшғүллек өлкәһен тергеҙеү – беҙҙең тәүмаҡсаттарҙың береһе, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Тармаҡтағы анығыраҡ хәл һәм 2021 йылға пландар менән ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, 2020 йылдың апреленән Рәсәйҙә лә, республикала ла рәсми теркәгән эшһеҙлек кимәле артыуы күҙәтелгән.

– 2020 йылда эшһеҙлек буйынса пособие 1725 һумдан 5175 һумға тиклем күтәрелде, был да рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрең һанын арттырҙы. Унан тыш, 2020 йылдың 1 мартынан һуң эштән ебәрелгән кешеләргә лә пособиелар түләнә башланы, ә бәлиғ булмаған балалары булған эшһеҙҙәргә һәр ҡайһыһы өсөн 3-әр мең һум түләнде, өҫтәмә социаль түләүҙәр ҙә индерелде, – тине Ленара Иванова.
2018 йылда республикала рәсми теркәлгән эшһеҙҙәргә, декреттағы ҡатын-ҡыҙҙарға, пенсионерҙарға һөнәри йәһәттән камиллашыу, профессиональ әҙерлек үтеү өсөн белем сертификаттары бирелә башлағайны.
Был миҫал бөгөн Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә уңышлы ҡулланыла, республика тәжрибәһе “Демография” милли проектын тормошҡа ашырғанда файҙаланыла.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина былтыр бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тотроҡлолоҡ һаҡлау өсөн алып барылған эштәр менән таныштырҙы. Дәүләт ярҙамы нигеҙендә өс мең яңы эш урыны булдырылған, 8,5 мең эш урыны һаҡлап ҡалынған.
Андрей Назаров вице-премьер Максим Забелинға эшһеҙлекте ҡыҫҡартыу буйынса федераль саралар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты. “Был йәһәттән федераль үҙәк менән һөҙөмтәле эшләү – беҙҙең дөйөм бурыс, – тип билдәләне премьер-министр.

Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың 1 ғинуарына республиканың вакансиялар банкында 50,7 мең эш урыны теркәлгән. Былтырғы ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 30 процентҡа күберәк. Ағымдағы йылда мәшғүллек үҙәктәре ярҙамы менән 72,7 мең граждан эш тапҡан.
Читайте нас в