1 мартта билдәләнгән Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Күркәм башҡорт ғаиләһе” тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Теүәл бер аҙна барған бәйгелә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән өлгөлө, татыу, эшһөйәр ун ғаилә ҡатнашты. Улар өсөн бөтә республика халҡы тауыш бирҙе, янды, көйҙө, дәртләндерҙе. Шулай итеп, кемдәр улар “Күркәм башҡорт ғаиләләре”?
Конкурс еңеүселәре асыҡ тауыш биреү ысулы менән билдәләнде, уның барышын һәр кем күҙәтеп, ҡарап бара алды. Гөрләп уҙған матур бәйгебеҙҙә 1919 тауыш йыйып, Ишембай районынан Роза менән Данил Йәнбирҙиндар төп еңеүсе – I урын эйәһе тип табылды! Улар Ишембай ҡалаһының Юрматы биҫтәһендә йәшәй.
Өлкән улдары Урал менән Юлай Ишембай ҡалаһындағы Ә-З. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһында белем ала. Көтөп алған ҡыҙҙары Фиалидаға – өс ай. Роза декрет ялында, иптәше Данил – эшҡыуар. Йәнбирҙиндар сәйәхәт итергә ярата, шуға күрә ял көндәрен көтөп алалар. Ғаиләнең тағы бер яратҡан шөғөлө – бергәләп шашка уйнау.
Конкурста II урынды Учалы районынан Гөлнур һәм Илдар Исхаҡовтарҙың татыу ғаиләһе яуланы – 1673 тауыш! Был матур ғаиләлә өс баһадир үҫә, исемдәре лә бик матур, мәғәнәле: Исмәғил, Бәхтийәр, Мортаза. Исхаҡовтар – республика ғына түгел, Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, үҙҙәрен танытҡан ғаилә.
Көсөргәнешле ярышта ҙур дәрт, сәм менән ҡатнашып, Туймазы ҡалаһынан Динә һәм Рәмзин Әбсәләмовтар III урынға сыҡты (1130 тауыш). Ғаилә башлығы Рәмзин Рәфҡәт улы урындағы хакимиәттең мәҙәниәт бүлеген етәкләй, ул – билдәле ҡурайсы, музыкант, ә кәләше Динә методист булып эшләй. Уларҙың да татыу, талантлы ғаиләһендә өс бала – Рушана, Юлай, Заһир үҫә.
Өфө ҡалаһынан Ғүмәровтарҙың ҙур ғаиләһе тураһында айырып әйтеп үткебеҙ килә. Ғаилә башлығы Руслан – Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының терапия бүлеге мөдире. Пандемия ваҡытында ул алғы һыҙыҡҡа баҫып, кешеләрҙе ҡотҡара, заман ауырыуы менән күҙгә-күҙ ҡарашып көрәшә.
Быйыл йәй Өфө белгестәре менән бергә Ҡарасай-Черкес Республикаһына барып ҡайта. Гүзәл менән Руслан Ғүмәровтарҙың ғаиләһендә алты бала үҫә: Ғәлиә, Гөлфиә, Рамаҙан, Гөлбикә, Рәшит һәм Рәхим. Ишле ғаилә башлығы булыу – Русландың бала саҡтағы хыялы.
Ғафури районы Яугилде ауылынан эшһөйәр, уңған Гөлнара менән Рәзил Нәзировтар дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылында йәшәгән Лилиә менән Денис Нәбиуллиндарҙы был төбәктә талантлы, матур ғаилә булараҡ беләләр. Хәйбулла районының өлгөлө ғаиләһе булып танылған Роза һәм Рәфис Рәсембәтовтар, Баймаҡ районынан үҙҙәренең биш балаһы янына етем балаларҙы һыйындырған оло йөрәкле Ғәлиә һәм Айрат Мәһәҙиевтәр, Күгәрсен районынан биш балаға матур тәрбиә һәм белем биргән Сәйетҡоловтар, Өфө ҡалаһынан йәш башҡорт ғаиләһе Мөхәмәҙиевтәр тураһында ла тик матур һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин.
Улар барыһы ла иң-иңе булды һәм үҙҙәрендәге сәм, дәрт-дарман, әүҙемлек менән һоҡландырҙы, дәртләндерҙе, яңы эштәргә һәм проекттарға илһамландырҙы. Барығыҙға ла “Афарин!” тип өндәшәбеҙ, ҙур рәхмәт әйтәбеҙ һәм ғаилә именлеге, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!