21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткәндәр менән киләсәкте бәйләүсе күпер.
“Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрен дә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса алты меңдән ашыу телдең 40 процентына яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Беҙҙең мәктәптә лә был көндө күп саралар үтте: 6-7 класстар өсөн башҡорт теле уҡытыусыһы Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы, “Тел бәйгеһе” исемле уйын-ярыш үткәрҙе. Уйын бик ҡыҙыу, сәмле уҙҙы. Унда 6 класс уҡыусылары еңеүсе тип табылды.
7, 8, 9, 10 класстар өсөн башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Уның эстәлеге бик бай һәм йөкмәткеле ине, уҡыусылар тырышып яҙҙы. Диктантты Шаһиева Айгөл Шәфхәт ҡыҙы менән Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы уҡыны.
Ошо көндә этнокультура шәмбеһе лә үтте. Этностиль һөйөүселәр өсөн – оҫталыҡ эше буйынса технология дәрестәре үтте. 5, 6, 7 класс уҡыусылары Файрузова Гөлнара Фәрит ҡыҙы менән берлектә милли стилдәге түш биҙәүестәре – селтәр тегергә өйрәнде. Ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә бай мираҫ – күп быуатлыҡ тарихында халыҡтың эстетик идеалдарын сағылдырыусы үҙенсәлеген барлыҡҡа килтергән традицион кейем һәм биҙәүестәр ҡалған. Бөгөн кейемдең традицион элементтарына йәнә ҡыҙыҡһыныу уяна. Тәңкәләр һәм төрлө төҫтәге сәйлән менән биҙәлгән ҡашмау, селтәр, һаҡал, яға башҡорт ҡатын-ҡыҙының иң ҡыйбатлы һәм матур биҙәүесе булып ҡала.
Этноспорт яратыусылар – башланғыс класс уҡыусылары, һабантуй ярыштарында ҡатнашты. Уҡытыусылар (Ғилманов Марсель Мәхмүт улы, Фазылова Гөлсинә Ғәлләмитдин ҡыҙы, Фазылова Венера Сәйфетдин ҡыҙы һәм Тажетдинова Гөлфиә Яһанур ҡыҙы) уйындарҙы бик ҡыҙыҡлы, сәмле һәм дәртле итеп үткәрҙе.
“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр” ти башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!
тәрбиәүе эштәре буйынса директор урынбаҫары.