Ауырғазы районында бер километр арауыҡта бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, тип хәбәр итә республика ЮХХДИ идаралығының матбуған хеҙмәте.
Был хәл Өфө – Ырымбур юлының 80-се километрында көндөҙгө сәғәт дүрт тирәһендә булған. Асыҡланыуынса, бер саҡрым арауыҡта бер юлы өс-дүрт автомобиль ҡатнашлығында алты авария теркәлгән. Автомобилдәргә механик зыян килгән, әлегә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән кеше юҡ. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғалары көслө боҙлауыҡ, буран ваҡытында теркәлгән.
Ошондай һауа торошо ваҡытында водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк: автомобилдәр араһында һәм ситтән арауыҡты һаҡлағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәргә юл ҡуймағыҙ. Тиҙлекте мөмкин тиклем кәметеү мөһим - был һеҙҙе хәүеф тыуғанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә лә ошондай һауа торошо дауам итәсәк, ел секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән хатта 26-ға етеүе көтөлә. Төндә -24, -29 градусҡа тиклем, ә төньяҡ райондарҙа -35-кә ҡәҙәр һыуыта. Иртәгә көндөҙ ҙә -20, -25 градус, көньяҡ-көнсығыш буйынса -15 градус һыуыҡ һаҡлана. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреүсәнлек 500 метрға һәм унан да ҡыҫҡа араға тиклем насарая, тип иҫкәртәләр ведомствонан.