Инйәр
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 13:55

Теләһәң, һине лә һанайым...

***

Кисектерелә килгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы, ниһайәт, быйыл сентябрҙә уҙғармаҡсылар. Был сара нимәһе менән үҙенсәлекле булыр һуң?
  1. Һуңғы тапҡыр ҡағыҙҙа иҫәпкә алалар
  2. Көҙ үткәрелгән сара Рәсәй тарихында тәүге һанлы һәм һуңғы ҡағыҙ иҫәп алыу кампанияһы буласаҡ. Интернет селтәренә тоташмаған райондарҙа иҫәп алыусылар ябай ҡағыҙ бланктарҙы ҡуллана, күпселек осраҡта уларға үҙебеҙҙә етештерелгән һәм махсус программа ҡуйылған планшет таратыла.
    Һанлы технологиялар һәр ҡалалағы, райондағы, хатта урамдағы халыҡ һаны буйынса ентекле мәғлүмәт туплау, уларҙы йылдам эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк. Был нимәгә кәрәк һуң?
    Дәүләткә халыҡ һаны бюджетты күҙаллау, биләмәләрҙе үҫтереү, яңы предприятиелар, газ үткәргестәр, электр линиялары төҙөү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк. Мәҫәлән, теге йәки был ҡала, ауылда ишле ғаиләләр артҡан икән, тимәк, тиҙҙән унда балалар баҡсаһы ғына түгел, мәктәп тә төҙөргә кәрәк. Ҡайҙалыр халыҡтың күпселеге вахта ысулы менән ситтә эшләй ти, тимәк, бындай биләмәләрҙә эш урындары булдырыу фарыз. Элегерәк үткәрелгән иҫәп алыу йомғаҡтарына ҡарағанда, ауыл ерендә халыҡтың кәмеүе күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә ауылда йәшәү кимәлен күтәреү буйынса байтаҡ программалар барлыҡҡа килде – “Ауыл табибы”, ФАП-тарҙы тергеҙеү, ауыл ипотекаһы, газ үткәреүҙе әүҙемләштереү һәм башҡалар.
    Ғалимдарға был мәғлүмәттәр демографик, социалогик, этнографик һәм башҡа тикшеренеүҙәр өсөн кәрәк.
    Бизнесҡа иһә – аныҡ иҫәп-хисаптар һәм экономия өсөн. Әле сауҙа нөктәһе асыр алдынан эшҡыуарҙар, аудиторияны өйрәнеп, әллә күпме аҡса түгә. Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса улар һәр биләмәнең социаль-демографик шарттарын, был ерҙә бизнес ойоштороу отошломо-юҡмы икәнен күҙаллай ала.
    1. Телефон аша иҫәпләнергә мөмкин
    2. Һанлы технологиялар алға киткән заманда иҫәп алыусыны көтөп ултырыуҙың кәрәге юҡ. Күп йүнәлешле үҙәккә барып йәки “дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бөтә һорауҙарға яуап биреү мөмкинлеге бар. Был алым хәүефһеҙ, өҫтәмә социаль бәйләнеш тә талап итмәй, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа (өйҙәме, баҡсаламы, юлдамы, эштәме,ҡунаҡтамы, хатта сит илдәме), иҫәп алыу анкетаһын тултыра алаһығыҙ. Иң мөһиме – интернет эшләһен.
      Бының өсөн:
      1) Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлергә;
      2) “Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға” бүлеген һайларға;
      3) һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Әйткәндәй, үҙегеҙҙе генә түгел, бергә йәшәгән бөтә ғаилә ағзаларын да иҫәпкә ҡуйып була. Иң һуңынан “Тамамларға” тигән төймәгә баҫырға кәрәк.
      Һорауҙарға яуап биргәс, һәр ғаилә ағзаһына уникаль код килә. Уны иҫәп алыусыға күрһәтеү шарт.
      Шул уҡ ваҡытта кемдер шылтыратып, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға тәҡдим итһә, ышанмағыҙ, һеҙҙе алдарға маташалар.
      1. Милләтеңде үҙең билдәләйһең
      2. Иҫәп алыу ҡағыҙҙарындағы милләткә ҡағылышлы һорау асыҡтан-асыҡ ҡуйылған. Һәр кем үҙ милләтен теләгәнсә һайлай. Иҫәп алыусыға кешенең яуабын шик аҫтына ҡуйыу йәки йүнәлтмә һорау биреү тыйыла.
        Әүәлге халыҡ иҫәбен алыу сараһы Башҡортостанда 162 милләт вәкиленең тыныс һәм татыу йәшәүен күрһәтте. Улар араһында 18 Америка, өс Африка, бер Көньяҡ Африка, ике ильтемен (Камчатка ярымутрауындағы ерле халыҡ), ете Чукотка, бер Яңы Зеландия вәкиле булған.
        Быйылғы иҫәп алыуҙың йәнә бер мөһим үҙенсәлеге – бер нисә милләтте һәм өйҙә һөйләшкән бер нисә туған телде күрһәтергә мөмкин. Бәлки, был турала бер ҡасан да уйлап та ҡарамағанһығыҙҙыр, шул уҡ ваҡытта фән өсөн бындай мәғлүмәт бик мөһим – Рәсәйҙә никахтарҙың 15 проценты, ә Башҡортостанда һәр өсөнсө никах – ҡатнаш, йәғни милләт-ара, һәм уларҙың һаны даими арта бара.
        1. Иҫәп алыусылар аҡса эшләй ала
        2. 18 йәше тулған һәм суд хөкөмөнә тарттырылмаған һәр Рәсәй гражданы иҫәп алыусы булырға хоҡуҡлы. Башҡортостанда был эшкә йәмғеһе 10 меңгә яҡын кешене йәлеп итеү күҙаллана. Бының өсөн “Башҡортостанстат”тың ҡала йәки район бүлексәһенә ғариза яҙырға кәрәк.
          Сара башланғанға тиклем иҫәп алыусылар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторола. Уларға теге йәки был хәлдәрҙә үҙеңде тоторға, иҫәп алыуға ҡағылған һорауҙарға яуап бирергә өйрәтәсәктәр.
          Һәр иҫәп алыусыға участка бүлеп бирелә, таныҡлыҡ, фирма кейеме тапшырыла. “Имен булмаған” ғаиләләргә уны полиция хеҙмәткәре оҙатып бара. Иҫәп алыусыларға реклама ҡағыҙҙары таратыу, “социологик һорау биреү” саралары үткәреү, ғөмүмән, иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырыуҙан тыш, башҡа ғәмәлдәр башҡарыу тыйыла.
          Әйткәндәй, был эш ирекмәнлек нигеҙендә башҡарылмай, уның өсөн түләнә. Һәр иҫәп алыусыға һәм штаб ағзаларына 18-20 мең һум эш хаҡы ҡаралған.
          Читайте нас в