Инйәр
-31 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 17:38

Йәкшәмбе башҡорт мәктәптәре асыласаҡ

***

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына һәм Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһына эшлекле сәфәр ҡылды. Маҡсат “Башҡорт теле – башҡорт иле” Башҡортостан Башлығы гранты конкурсының еңеүсе проектын - урындарҙа Йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәптәрен асыу буйынса ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү. Ул Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен үҫтереүгә, һаҡлауға йүнәлтелгән.
Яр Саллыла башҡорт теле – “Шишмә” халыҡтар дуҫлығы йортонда, ә Сорғотта төрлө биналарҙа өйрәнелә. “Башҡорт теле – башҡорт иле” проекты тормошҡа ашырылһа, бынамын тигән башҡорт теле кабинеттары барлыҡҡа киләсәк. Мәғлүмәттәр буйынса, йәкшәмбе башҡорт мәктәптәре Яр Саллы ҡалаһының 11-се мәктәбендә һәм Сорғот ҡалаһындағы 25-се мәктәптә асыласаҡ, тантаналар быйыл март айына планлаштырылған.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас в