Инйәр
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 17:40

Иң мөһиме – кеше ғүмере!

***

Кеше ғүмерҙәренең ҡан әйләнеше һәм яман шеш ауырыуҙарынан өҙөлөүен кәметеү мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы кәңәшмәһендә ҡаралған иң төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Сара 15 февралдә республика Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткәрелде.
Кәңәшәмәлә ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итеп: “Пандемия республика тормошона һәм эшебеҙгә етди үҙгәрештәр индерҙе”, – тип белдерҙе Андрей Назаров. Ул, үткән йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, кешеләр үлеменең республикабыҙҙа ла, тотош илдә лә һиҙелерлек үҫеше хаҡында әйтте.
– COVID-19-ҙың үлгәндәр һаны артыуының туранан-тура сәбәбе булды һәм, хроник сирле пациенттарҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙырып, ғүмер өҙөлөүгә килтерҙе. Башҡортостан Башлығы беҙгә халыҡ үлемен кәметеү мәсьәләһен ҡуйҙы. Тап ошо күрһәткес буйынса 2021 йылдағы эшебеҙ баһаланасаҡ, – тип белдерҙе Премьер-министр.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйткән Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикала үлем, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 23,1 процентҡа артҡан.
Былтыр үлем осраҡтарының төп төрҙәре араһында ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлгәндәр өлөшө 36,5 процент тәшкил иткән. Тын алыу органдары (13,4), яман шеш (11,6) һәм башҡа тышҡы сәбәптәр буйынса 6,5 процент булған. Башҡа сәбәптәр буйынса – 32 процент.
Үлем осраҡтарын кәметеү һәм маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” һәм “Онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекттары сиктәрендә саралар үткәрелә.
Урындарға сығып эшләү әүҙемләшкән. Былтыр кардиоүҙәк белгестәре 101 тапҡыр сығып, 5144 кешене, шул иҫәптән 300 баланы кардиологтар, ҡараған.
Онкологик сирҙәреҙе кәметеү буйынса күп эштәр атҡарыла. Бөгөнгө көнгә республикала 10 беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн Амбулатория онкология ярҙамы үҙәге төҙөлгән. Быйыл февралдә тағы ике үҙәк Салауат ҡала дауаханаһы һәм Өфөләге 32-се поликлиника нигеҙендә эшләй башлаған. Бынан тыш, Республика онкология диспансерының Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Нефтекама ҡалаларында һәм Дыуан районында, быйыл ғинуарҙан Салауат ҡалаһында күп профилле медицина ойошмаларында 10 филиал эш башланы.
Быйыл да был үҙәктәрҙе асыу эше дауам итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан яман шеш сирҙәрен иртәрәк асыҡлау өсөн скрининг программалары үткәрелә. Тағы Республика онкология диспансерының химиотерапия бүлексәләре филиалдары селтәрен ойоштороу планлаштырыла.
Андрей Назаров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төбәк проекттары маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты.
Фото: республика Хөкүмәте.
Читайте нас в