Рәсәй Хөкүмәте Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын 2021 йылдың сентябренә күсерелеүе тураһында ҡарар ҡабул итте. Был ҡарар илдә эпидемиологик хәлгә бәйле, шуға ла Халыҡ иҫәбен алыу инде икенсе тапҡыр күсерелде. Мәғлүм булыуынса, мөһим сара 2020 йылдың октябрендә үк үтергә тейеш ине, әммә пандемияға бәйле уны 2021 йылдың апреленә күсергәйнеләр.
“Халыҡ иҫәбен алыуҙы саҡ ҡына һуңғараҡ күсереү һәм уны сентябрҙә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уның теүәл генә ваҡыты Хөкүмәт ҡарары менән билдәләнәсәк. Иҫәп алыуҙың яңы датаһының төп сәбәбе - эпидемиологик хәлдең тулыһынса асыҡ булмауы. Күреүебеҙсә, хәл һәр яҡлап та яҡшы яҡҡа үҙгәрә, сирләүселәр һаны ла, үлем осраҡтары ла кәмей, яйлап ҡына ғәҙәттәге йәшәү режимына ҡайтабыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ тулыһынса белеп бөтмәйбеҙ - алдағы хәл-торош нисек булыр һәм коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн вакцинациялауҙы үткәреү кәрәк”, – тип аңлата Росстат башлығы урынбаҫары Павел Смелов.
Быға ғәжәпләнергә кәрәкмәйҙер, сөнки бынан алда АҠШ, Аргентина, Бразилия, Эквадор, Ҡырғыҙстан кеүек илдәр ҙә халыҡ иҫәбен алыу сараһын күсереү тураһында ҡарарға ҡабул итте.