Инйәр
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 12:27

Ярыштар бара

***

26 ғинуарҙан 9 февралгә тиклем райондың ауыл советтары араһында спартакиада ярыштары ойоштороласаҡ. Унда барыһы 12 йыйылма команда “А” (Абҙан, Архангел, Арх-Латыш, Баҡалды, Инйәр, Ҡыҙыл Еҙем,) һәм “Б” (Липовка, Краснокуртовка, Тәүәкәс, Орловка, Оҙондар, Ырныҡшы) төркөмдәренә бүленеп, үҙ-ара волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, гер күтәреү, уҡтан атыу буйынса көс һынашасаҡ. Бәйге “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге спортзалында һәм “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында үтәсәк.
Үткән йылда “А” төркөмөндә – абҙандар, “Б” төркөмөндә липовкалар беренсе урынды яуланы.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эше, спорт һәм физкультура комитеты рәйесе.
Читайте нас в