Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт тарихы йылын ойоштороу һәм үткәреү буйынса селектор кәңәшмәһе уҙҙы. Сарала район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ла (Ф.А.Хисаметдинов менән А.Й.Рәхимов) ҡатнашты.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек барышы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары А.Ш.Бадранов менән Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Р.Ш.Ғатауллин таныштырҙы.
2021 йылда Башҡорт тарихы йылын ойоштороп үткәреү тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Э.Р.Айытҡолова менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих комиссияһы рәйесе А.Ш.Ярмуллин һөйләне.
Башҡорт ырыуҙары йыйындарын үткәреү хаҡында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих комиссияһы рәйесе урынбаҫары Ю.М.Йосопов, шулай уҡ Рәсәй субъекттары башҡорт ҡоролтайҙары, Башҡортостан Республикаһы райондары башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре (вәкилдәре) үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте.