Инйәр
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 13:45

Рәсәй матбуғаты көнө

Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған.

Шаршамбы, 13 ғинуарҙа, ил Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Бөгөн баҫма, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт сараларының бөтә мөхәррирҙәре, журналистары һәм фотографтары ҡотлауҙар ҡабул итә.
Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған. Тап ошо көндә Рәсәйҙең беренсе даими гәзите – «Ведомости» үҙ эшен башлай. Мөхәррире Петр I була.
Башҡортостанда хәҙерге көндә көн һайын республика тормошон яҡтыртҡан бер нисә тиҫтә редакция бар. Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен төрлө грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләү ҡабул ителгән.
"Башинформ"
Читайте нас в