Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында һауа температураһы 34 градусҡаса түбәнәйҙе.
Илеш районы Үрге Йәркәй һәм Баҡалы районы Баҡалы ауылы метеостанцияларында әлеге ваҡытта 34 градус һыуыҡ.
Яңауылда — 30, Кушнаренкола — 29, Өфө-Дим метеостанцияһында 28 градус.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда ғинуарҙың икенсе ун көнлөгөндә уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.