Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 17:19

Ковид-сирлеләр буйынса яңы мәғлүмәттәр

Тәүлек эсендә коронавирустан вафат булғандар һаны ике кешегә артҡан.

Башҡортостанда, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 11 ғинуарға мәғлүмәттәре буйынса, 20 901 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Уҙған тәүлектә 165 кеше сир йоҡторған.
5 178 кеше дауалана: 652-һе – стационарҙа, 4 526-һы ауырыуҙы еңел формала үткәрә.
«Күпселегенең хәле ҡәнәғәтләнерлек һәм уртаса ауырлыҡта. 72 кеше интенсив терапия бүлексәләрендә ята, 11 пациент оксиген терапияһы ала», — тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Тәүлек эсендә коронавирустан вафат булғандар һаны ике кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 157 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.
"Башинформ".
Читайте нас в