2013 йылда “Поисковое движение России” тип аталған һәм Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барған Дөйөм Рәсәй ижтимағи хәрәкәте тәүге тапҡыр илебеҙҙә “Билдәһеҙ һалдат көнө” акцияһын уҙғарҙы. 2014 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе С. Иванов һәм “Океан” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенең профилле эҙләнеү сменаһында ҡатнашыусылар осрашыуы барышында әүҙемдәр ошо көндө Рәсәйҙең иҫтәлекле көнө итергә тәҡдим итте.
Ошо тәҡдим башҡарма һәм закондар сығарыу власы етәкселәрендә яҡлау тапты. Илебеҙ һәм унан ситтә барған хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған һәм исеме билдәһеҙ ҡалған Рәсәй һәм совет яугирҙарының иҫтәлеген, хәрби ҡаһарманлығын, үлемһеҙ бөйөк батырлығын мәңгеләштереү кәрәклегенә нигеҙләнгән закон проектын ҡабул итеү.
Билдәһеҙ һалдаттар ерләнгән ҡәберҙәр Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары үткән һәр ауыл-ҡалала бар. Йыл һайын эҙләнеү эштәре барышында йөҙләгән яугир һөйәктәре табыла, күптәренең исемдәре асыҡланмай ҡала.
Улар – Ватанды һаҡлаусылар, исемдәрен белмәһәк тә бурысыбыҙ – уларҙы хәтерҙән сығармау, балаларыбыҙ күңелендә улар батырлығына ҡарата хөрмәт уятыу.
Иҫтәлекле көндө булдырып беҙ дәүләт, йәмғиәт позицияһын билдәләйбеҙ, исемдәре билдәһеҙ батырҙарға ҡарашыбыҙ үҙгәрмәйәсәк: уларҙың батырлығы – үлемһеҙ!
Белешмә. 1966 йылдың 3 декабрендә – Мәскәү янында немец ғәскәрҙәрен ҡыйратыуға 25 йыл тулған көндә Ленинград шоссеһының 41-се километрындағы туғандар ҡәберлегендәге билдәһеҙ һалдат һөйәктәре Александр баҡсаһына күсерелә һәм тантаналы шарттарҙа ерләнә.
1967 йылдың 8 майында шул урында “Билдәһеҙ һалдат ҡәбере” мемориаль архитектура комплексы асыла. Мәңгелек ут ҡабыҙыла. 1997 йылдың 12 декабрендә почетлы ҡарауылдың 1-се посы Ленин мавзолейынан Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә күсерелә.