Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 16:54

Ишле ғаиләләр өҫтәмә дотацияға хоҡуҡлы

Рәсәй Президенты Владимир Путин:— Беҙҙең бурыстар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Әммә стратегик маҡсаттар өсөн бөгөндән үк эшләргә кәрәк...

Беҙ бары тик алға ғына барырға тейешбеҙ. Ғаилә ҡиммәттәрен ны­ғытыу өсөн бөтәһен дә эш­ләйәсәкбеҙ. 2023 – 2024 йылдарға халыҡ һанының тәбиғи артыуына ирешергә тырыша­саҡбыҙ. Ғаилә­ләргә ярҙам буйынса әҙерләнгән саралар ҙа бар.
Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән өсөнсө йәки артабанғы сабый тыуған осраҡта тәғәйенләнгән айлыҡ аҡсалата түләүгә субсидия күләмен билдәләүгә үҙгәрештәр индерелде.
Яңы шарттарға ярашлы, уртаса айлыҡ килеме эшкә һәләтле халыҡ өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының икеләтә күләменән түбәнерәк булған ғаиләләр был аҡсаға хоҡуҡлы (әлегә тиклем түләүҙе айлыҡ уртаса килеме балаға билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр ала ине). Республикаға ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 818,7 миллион һум аҡса бүленде.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостанда айлыҡ аҡсалата түләүгә хоҡуҡлы ғаиләләр исемлеге ярайһы уҡ киңәйтелде. Былтыр бындай ярҙам сараһы һигеҙ мең ғаиләгә күрһәтелһә, быйыл тәүге ярты йылда ғына туғыҙ меңгә яҡын ғаилә уға эйә булған. Әйткәндәй, быйыл 25 мең самаһы балаға ошондай социаль ярҙам күрһтеү күҙаллана. Айлыҡ аҡсалата түләү күләме 8993 һум тәшкил итә.
Аҡсаны алыу осоро 4 апрелдән 31 авгусҡа тиклем тамамланған кешеләр өсөн был ваҡыт алты айға йәнә оҙайтыла. Түләүҙе тәүге тапҡыр алыу өсөн теркәлгән урын буйынса социаль ярҙам үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәк филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын, ата-әсәнең паспортын һәм килем тураһында белешмә ҡағыҙын алыу фарыз.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: