Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 18:23

Эш тәртибен ваҡытлыса үҙгәртә

Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың һаны артыуына бәйле,

2020 йылдың 13 октябренән Башҡортостандың Юғары суды, район, район-ара, ҡала һәм участка мировой судтары эш тәртибен үҙгәртә, шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы район-ара суды ла.
  1. Суд бинаһына суд эшмәкәрлегендә ҡатнашыусылар граждандар шәхесен раҫлаусы документтар менән индерелә (паспорт, иҫкәртеү ҡағыҙы). Пропуск төҙөгәндә эш барышында ҡатнашырға хоҡуҡтарын раҫлаусы документтар күрһәтелә (ордер, ышаныс ҡағыҙы).
  2. Суд процессында ҡатнашыусыларға Ҡырмыҫҡалы район-ара судына үҙ ваҡытында, суд ултырышы башланғанға тиклем 10 минуттан да иртә түгел, килергә тәҡдим ителә.
  3. Суд бинаһына инер алдынан судта ҡатнашыусылар үҙҙәрен шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итергә, йәғни медицина битлеге кейеп килергә, тән температураһын үлсәтергә тейеш.
  4. Тән температураһы 37,0 һәм юғары булғанда, йәки уны үлсәтеүҙән баш тартҡанда, медицина битлекһеҙ килгәндә граждандар бина эсенә үткәрелмәйәсәк.
    1. Шәхси ҡабул итеүҙәр ваҡытлыса туҡтатыла.
    2. Процессуаль һәм процессуаль характерҙа булмаған документтар, ялыу һәм ғаризаларҙы судҡа Рәсәй почтаһы, факсимиль бәйләнеш (документтың үҙгәртелмәйенсә төшөрөп алынған күсермәһе) аша йәки электрон ысул менән ебәреү мотлаҡ. Суд акттарының күсермәләре һәм башҡа документтар ҙа ошо уҡ юлдар менән ебәрелә.
    3. Суд эштәренең барышы, һөҙөмтәһе тураһындағы мәғлүмәтте телефон аша йәиһә судтың рәсми сайтында, “Суд эшен башҡарыу” бүлегендә алырға була.
    4. Эш материалдары менән танышыу алдан яҙылыу буйынса, юғарыла әйтелгән барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп башҡарыла. Материалдарҙы өйрәнеүгә 45 минут ваҡыт бирелә.
    5. Суд бинаһында кешеләр 1,5 метрлыҡ социаль дистанцияны һаҡларға тейеш.
    6. Бирелгән мәғлүмәт хәл-ваҡиғаларға ҡарап үҙгәрергә мөмкин. Шуға күрә һеҙҙе Ҡырмыҫҡалы район-ара судының рәсми сайтындағы мәғлүмәттәрҙе күҙәтеп барыуығыҙҙы һорайбыҙ.
      Өҫтәлмә мәғлүмәттәрҙе (834774) 2-16-46, 2-26-04, 2-17-06 телефондарына шылтыратып белешә алаһығыҙ.
      Рәйлә Ғәлина,
      судья ярҙамсыһы.
      Читайте нас: