Сара онлайн тәртибендә видеоконференция булараҡ ойошторолдо. Уның эшендә тарихсылар, архив хеҙмәткәрҙәре, дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм журналистар ҡатнашты.
Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илһам Фәтҡуллин сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.
"Халыҡ иҫәбен алыу – мөһим ваҡиға, Рәсәй тарихының әһәмиәтле өлөшө. Уның һөҙөмтәһе замандаштарға ғына түгел, киләһе быуын өсөн дә кәрәк", – тине ул.
Республиканың архив хеҙмәткәрҙәре был йәһәттән революцияға тиклемге осорҙоң мәғлүмәттәрен дә һаҡлаған. Быйыл беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәнгә 100 йыл тула. Унда бер юлы ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиеларын да иҫәпләгәндәр.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусыларҙы Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин да сәләмләне. Ул Башҡортостан биләмәһендә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу саралары, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса баҫылған материалдар тураһында һөйләне. Шулай уҡ 2021 йылда көтөлгән ошондай сараның нисек үтәсәге тураһында әйтте.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар белдереүенсә, буласаҡ иҫәп алыу халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар илдә был сараның элек нисек үткәне һәм һөҙөмтәләре менән дә ҡыҙыҡһына. Шуға күрә тарихсылар, архив хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, статистар был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә тейеш.
Шулай итеп, тап 100 йыл элек, 1920 йылда, Рәсәйҙә бер юлы ике иҫәп алыу үткәрелгән: Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм халыҡ иҫәбен алыу. Тик был саралар ул саҡта хәрби хәрәкәттәр барған төбәктәрҙә булмаған: Ҡырым, Төньяҡ Кавказ, Алыҫ Көнсығыш һәм ҡайһы бер башҡа урындарҙа.
Был иҫәп алыуҙың һөҙөмтәләре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки уның мәғлүмәттәре буйынса ХХ быуат башындағы сәйәси, иҡтисади һәм социаль катаклизмдар тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Шулай уҡ ул саҡта халыҡтың составы, социаль-иҡтисади көнкүреш тураһында ла белеп була.
Башҡортостандың Милли архивы фондтарында беҙҙең яҡта йәшәгән халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре һаҡлана. Шул иҫәптән 1920 йылғы кампания буйынса ла. Был документтар бик кәрәк, улар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен өйрәнеү сығанағы булып тора, әүҙем рәүештә ғилми һәм крайҙы өйрәнеү материалдарында ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта өйрәнеүҙе һәм тикшереүҙе талап иткән "аҡ таптар" ҙа күп.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар белдереүенсә, “Ревизские сказки” һәм “Башархив.РФ” проекттарын тормошҡа ашырыу йәмәғәтселек араһында резонанс тыуҙырҙы. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтары һанлаштырылған, һәм уларға ғилми-белешмә аппаратын әҙерләү дауам итә.
Илебеҙҙә артабан халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары 1923, 1926, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылдарҙа үткәрелгән. Уларҙың һөҙөмтәләре баҫылған. Барыһы ла ҡиммәтле тарихи сығанаҡ булып һанала: был документтарға ҡарап, илебеҙҙең айырым бер осорҙағы демографик, социаль-иҡтисади торошон белергә мөмкин.
Киләһе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылда үтәсәк. Тарихта тәүге тапҡыр мәғлүмәт йыйыуҙың ил өсөн яңы төрө ҡулланыласаҡ. Кешеләр Дәүләт хеҙмәттәре порталында үҙаллы иҫәп алыу биттәрен тултырасаҡ. Шулай уҡ беренсе тапҡыр планшеттар, компьютерҙар, смартфондар ҡулланыласаҡ.
Әле был халыҡ иҫәбен алыуға әүҙем әҙерлек бара. "Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар ошо кампанияның һөҙөмтәләрен шул иҫәптән электрон вариантта ла һаҡлап ҡалдырырға тәҡдим итте. Был киләсәк быуын өсөн кәрәк һәм уңайлы буласаҡ. Өҫтәүенә ғалимдар был эш менән шөғөлләнгән ведомстволарҙың фондтарын ғына түгел, ә билдәле статистар Н. Барсов менән Н. Гуревичтың биографияһын да өйрәнергә кәрәк тигән фекер әйтте.
Муниципаль берекмәләрҙә халыҡ иҫәбен кампанияларына арналған күргәҙмәләр, "түңәрәк өҫтәл"дәр, уҡыусылар өсөн викториналар ойошторорға һәм крайҙы өйрәнеү конференцияһын үткәрергә тәҡдим итте.
Фото: archive.bashkortostan.ru