Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 12:26

ЯНҒЫНДЫ ИҪКӘРТӘ БЕЛЕҮ МӨҺИМ

Бының өсөн көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү һәм уларҙы үтәү мотлаҡ.

Янғын – ниндәй осраҡта ла бәлә. Ә торлаҡ йорт-фатирҙа сыҡҡаны бик етди эҙемтәләргә, шул иҫәптән, үлемгә лә килтерергә мөмкин. Көнкүреш янғынының сәбәптәре төрлө, әммә төп сәбәп – кеше факторы һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Электр сымдарының, яйланмаларының дөрөҫ үткәрелмәүе, үткәргестәрҙең бөтөн булмауы һәм дөрөҫ урынлаштырылмауы, электр һәм йылытыу ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау, мейес яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу, янып ятҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу, көлдө торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтаһына яҡын түгеү, газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, газдың сығып тороуы, бинала йәки хужалыҡ ҡоролмалары янында ут яндырыу һәм балаларҙың ут менән уйнауы – көнкүрештә сыҡҡан янғындарҙың сәбәбе булыуы мөмкин.
Һүндерелмәгән тәмәкене ташлау – өйҙә генә түгел, урамда, хатта урманда ла, йыш ҡына ут сығыуға сәбәп. Балкондан тәмәке төпсөгөн ташлау йәки карауатта ятып тартыу ҙа ҙур бәләгә килтерергә мөмкин. Янғынды иҫкәртеү маҡсатында тәмәкене саф һауаға сығып тартырға, төпсөгөн инде ентекләп һүндергәс кенә ташларға кәрәк.
Ҡурҡыныс эҙемтәләрҙе булдырмаҫ өсөн янғынды иҫкәртә белеү мөһим. Бының өсөн көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү һәм уларҙы үтәү мотлаҡ. Улар әллә ни ҡатмарлы ла түгел: көнкүреш электр ҡорамалдарын тоҡандырылған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа; үҙегеҙ үткәргән электр селтәре, көнкүреш электр ҡорамалдары менән ҡулланмаҫҡа; һүндерелмәгән тәмәкене ташламаҫҡа; өйҙән сыҡҡанда утты, газды, һыуҙы һәм бөтә электр ҡорамалдарын һүндерергә; балаларҙы асыҡ ут менән уйнатмаҫҡа; мөрйәләрҙе таҙартып торорға; газ баллонына 0,5 метрҙан яҡыныраҡ бармаҫҡа һәм шәхси йорт-ихата янында 200 литрҙан кәм булмаған һауытта һыу ҡуйырға.
Янғындың тәүге билдәләрен күреү менән, 01 йәки 112 телефон һандары буйынса шылтыратып хәбәр итегеҙ һәм ярҙам килгәнсе үҙ көсөгөҙ менән утты һүндерергә тырышығыҙ. Саф һауа инмәһен өсөн, тәҙрә һәм ишектәрҙе ябырға кәрәк. Ҡайһы бер остраҡтарҙа кислород етешмәһә, янғын үҙенән-үҙе лә һүнеүе мөмкин. Әммә төтөн һәм температура янғындың усағына яҡын барырға ҡамасаулаһа, кисекмәҫтән бинанан сығыр кәрәк.
Янғында кеше һәләк булыуҙы иҫкәртеү өсөн иң һөҙөмтәле сараларының береһе – автономиялы янғын сигналы. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, янғын сығыуҙы иҫкәрткес – бәләкәй, арзанлы ғына ҡоролма, әммә ул оло фажиғәгә юл ҡуймау, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлау мөмкинлеге бирә.
Шәһит Байназаров, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы хеҙмәтенең профилактика буйынса инструкторы.
https://zori102-b.rbsmi.ru
Читайте нас: