Инйәр
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 14:00

Нацпроект. “Ҡандракүл” тәбиғәт паркында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү камиллаштырыла

Йыл һайын бында бихисап кеше ял итергә килә. Бөгөн парк биләмәһендә тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау, күбәйтеү өсөн заманса шарттар булдырыла.#национальныепроекты#нацпроекты

Йыл һайын бында бихисап кеше ял итергә килә. Бөгөн парк биләмәһендә тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау, күбәйтеү өсөн заманса шарттар булдырыла.

Хеҙмәткәрҙәр көн һайын ял итеү өсөн уңайлыҡтарҙы арттырырға тырыша. Биләмәне таҙа тоталар, даими тәртип урынлаштырырға тырышалар. “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – төбәк операторы – сүп-сарҙы ташый.

Ошо көндәрҙә “Ҡандракүл” тәбиғәт паркына өҫтәмә 30 заманса евроконтейнер урынлаштырҙылар. Һәр береһенең күләме – 1,1 кубометр.

"Көндәр эҫеләнеү менән ял итеүселәр күпкә артты. Һөҙөмтәлә сүп-сар ҙа күбәйҙе. Әммә был мәсьәлә хәҙер тиҙ хәл ителә. Бөгөн биләмәлә ҡыйҙы йыйыу һәм сығарыу өсөн алты бункер, 50 евроконтейнер ҡуйылған", – ти республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Рим Миңләхмәтов.

Әйткәндәй, был контейнерҙар уңайлы ҡапҡастар менән тәьмин ителгән. Улар тулыһынса йәки яртылаш асыла. Өҫтәүенә һауа торошо һәм тәбиғәт шарттары үҙгәрештәренә бирешмәйҙәр. Бынан тыш, файҙаланғандан һуң ҡапҡастарҙы ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрергә мөмкин.

Паркка ял итергә килгәндәр ҙә хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығын баһалай. Билдәле булыуынса, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен төрлө яҡлап ҡурсалау – ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты маҡсаттарының береһе.

Читайте нас в