Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
18 Июня 2020, 09:54
Республика башлығы юғары әҙерлек режимы тураһында указға яңы үҙгәрештәр индерҙе
Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына
ярашлы, йәшәгән урыныңдан ситтә, пляждан тыш, битлек кейеп йөрөргә кәрәк. Магазинда, финанс ойошмаһында һәм күп функциялы үҙәктә, битлектән тыш, бирсәткә кейеү зарур.
15 июндән республикала махсус әҙерләнгән плаждар асылды.
22 июндән санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә фитнес-үҙәктәрҙең (ундағы сауналарҙан тыш) эше тергеҙелә.
29 июндән спорт залдары, спорт секциялары, аквапарктар һәм йөҙөү бассейндары эшләй башлай.
Шулай уҡ 29 июндән Башҡортостанда шифаханалар, профилакторийҙар, пансионаттар, ял йорттары һәм ҡунаҡхана хеҙмәттәрен күрһәткән башҡа ойошмалар асыла.
1 июлдән штатта медицина персоналы булған, балалар дауаланған шифаханалар, профилакторийҙар һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары асыла (уларҙы асыуға әҙерлек 24 июндән башлана).
3 июлдән – балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, хеҙмәт һәм балалар ялы лагерҙары (уларҙы асыуға әҙерлек 26 июндән башлана).
Указға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Роспотребнадзор менән килешелгән тейешле регламент буйынса Премьер-Лига клубтары командалары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионатын үткәреү тергеҙелә.
Бынан тыш, республика Хеҙмәт министрлығына Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы идаралығы менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәктәре эшен тергеҙеү мәсьәләһен ентекләп өйрәнеү бурысы йөкмәтелде, тип билдәләнә Башҡортостан башлығы сайтында.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"