Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
25 Мая 2020, 13:48
Штраф һалдылармы? Прокурорға яҙ
Добавить в предпочтительные источники Google
Шишмә районында бер кешегә ҡурсаланыу режимын боҙған өсөн штраф һалғандар, ләкин прокурор уны юҡҡа сығартыуға өлгәшкән. Асыҡланыуынса, полиция хеҙмәткәрҙәре был гражданған ҡарата быйыл апрелдә Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 6.3-сө статьяһының 2-се өлөшө буйынса (халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү өлкәһендәге ҡануниәтте боҙоу) протокол төҙөгән, уның нигеҙендә суд ошо кешегә 15 мең һум штраф һалған. Прокуратура был ҡарарҙы законһыҙ тип тапҡан һәм хоҡуҡ боҙоусының ҡылығы Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 20.6.1-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса баһаланырға тейешлеген белдергән (ғәҙәттән тыш хәл сығыу ҡурҡынысы булған биләмәлә йәки ғәҙәттән тыш хәл зонаһында юғары әҙерлек режимын индереүҙәге тәртип ҡағиҙәләрен үтәмәү), ә уның буйынса штраф бер мең һум ғына тәшкил итә. Башҡортостандың Юғары суды был дәлилдәр менән килешкән һәм район судының ҡарарын юҡҡа сығарған.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"