Инйәр
+16 °С
Облачно
Новости
21 Мая 2020, 07:45
Хөрмәтле Архангел районы мосолмандары!
Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Ул ислам диненең төп ҡанундарын – күңел сафлығын, тыныслыҡ һөйөүҙе һәм мәрхәмәтлелекте, яҡын кешеләр тураһында хәстәрлек күреүҙе кәүҙәләндерә. Был ҡиммәттәр барлыҡ дин тотоусыларға берҙәй яҡын һәм аңлайышлы, күп быуаттар буйына төрлө конфессиялы төбәгебеҙҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булып тора.
Был көндәрҙә кешеләр йолаға ингән аш-һыу әҙерләй, байрамса кейенә, туғандарын һәм яҡындарын саҡыра, бүләктәр бирә, ярҙам күрһәтә. Йәштәрҙең дә изге эштәрҙә әүҙем ҡатнашыуы, көндәлек тормошта уларҙы үтәүе мөһим.
Изге Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға йылылыҡ, йәм, иман нуры һәм күңел тыныслығы килтерһен! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Фәнзил Хисаметдинов,
район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"