Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 12:00

Ватаныңа һөйөү

Быйыл совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенә 75 йыл тула.

Быйыл совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенә 75 йыл тула. Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт университетының тәҡдименә, республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә​ һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, донъя тарихындағы олуғ ваҡиға исеме менән тығыҙ бәйләнгән шәхестең – СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө, шәйех Ғабдрахман Рәсүлевтең тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап, халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.

Ғ. Рәсүлевтең исеменә бәйле тәүге рәсми сара булыуға ҡарамаҫтан, был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин бынан бер нисә йыл элек үк үҙ телмәрендә айырым-асыҡ әйтеп киткәйне: “Бөйөк Ватан һуғы­шының ауыр йылдарында Өфөлә мосолман руханиҙары съезында мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев Ватанды һаҡлауҙың иң изге бурыс булыуы тураһында әйтә. Ул, мосолмандар пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен яҡшы хәтерләй, йәғни, Ватаныңа һөйөү – һинең иманыңдың бер өлөшө, тип әйтә. Һәм мосолмандар был изге тәғлимәттәргә тоғро була. Һуғыштың тәүге көндәренән улар уртаҡ Ватаныбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе һаҡлаусылар сафына баҫа. Улар яу юлдарын башҡа милләт вәкилдәре менән бергәләп Брест ҡәлғәһенән алып Берлинғаса үткән. Былар барыһы ла – беҙҙең бер бөтөн тарихыбыҙ, һәм беҙ уны изге​ ҡомартҡылай һаҡларға бурыслыбыҙ!” Эйе, ошо бурысты бергәләп атҡарырға кәрәк.

Бынан биш йыл элек булды был хәл. Редакцияға авторҙарыбыҙҙың береһе, шағир, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов килеп инде. Ҡулына “Главные документы Великой Отечественной войны. Совершенно секретно” тигән китап тотоп алған. ​ “Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә бик ​ ҙур өлөш индергән шәхестең кем икәнлеген беләһеңме? Мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев! Ышанмаһаң, бына ошо китапты уҡы!” – тине ул.​ Гелән шаяртып һөйләшкән Ирек ​ Лотфый улының етди ҡиәфәтен күреп, теманың бик мөһим һәм көнүҙәк икәнлеген аңланым.

Уның әйткәндәренән нимә уйға һалды? Ул да булһа, мөфтөй Ғабдрахман Рәсү­левтең, ил башлығы Иосиф Сталин менән осрашып, Бөйөк Ватан һуғышы башында уның барышына һынылыш индергән “Ни шагу назад!” тигән киң билдәле бойороҡто сығарыуға этәргес биреүе тураһында еткереүе. Беҙ, мәғлүмәт уртаһында булған журналистар ҙа, яҙыусылар ҙа, был хаҡта тәүге тапҡыр ишетеүебеҙ ине!.. ​

Ирек Кинйәбулатов минән ошо хаҡта төплө мәҡәлә яҙыуымды һораны, әммә ул ваҡытта мин нимәлер яҙыу ғына түгел, был яңылыҡты ҡабул итергә лә әҙер түгел инем. СССР-ҙа абруйлы мөфтөй, ислам дине ғалимы, дәүләт эштәрендә лә үҙ һүҙен еткерә​ алған киң билдәле дин әһеле Ғабдрахман Рәсүлев тураһындағы, йөрәк ҡабул итеп тә, башҡа һыймаҫлыҡ мәғлүмәттәр миңә оҙаҡ йылдар тынғы бирмәне. Халҡыбыҙҙың иман юлындағы бөйөк шәхесе, башҡорт ​ шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтең кесе улының эшмәкәрлеге тураһында халыҡҡа еткерәһе фекерҙәр, эштәр етәрлек әле беҙҙең.

Ирек ағай тиҙләтеүҙе һораһа ла, әлбиттә, был тота килеп яҙа торған мәҡәлә түгел ине. Ил башлыҡтары менән аралашҡан, хәл иткес мәлдәрҙә сәйәси аҙымдар яһауҙа ҡатнашҡан, СССР дәүләтендә атеизм сәскә атҡан мәлдә күп ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа яңынан ​ 917 мәхәллә асҡан Ғабдрахман Рәсүлевтең бар рухи юғарылығын, зама­нының киң билдәле, абруйлы шәхесе кимәлен билдәләрлек аналитик мәҡәлә яҙырға әҙерлек кәрәк. Уны яҙыу, әйтерһең, Ирәмәл тауына күтәрелгән төҫлө. Бына әле мин ул тауҙың итәгенә аяҡ баҫтым һәм халҡыбыҙҙың аҫыл улы тураһында бер аҙ һүҙ әйтергә йөрьәт итәм.

Кем ул Ғабдрахман Рәсүлев? ​ Ул – Октябрь революцияһы булып тарихҡа ингән ваҡиғаларҙан һуңғы осорҙа дини мөхиттә ифрат ҙур роль уйнаған шәхес. 1906 йылда Диниә назаратын үҙгәртеп ҡороу буйынса III Бөтә Рәсәй мосолмандары конгресын ойошторған комиссия ағзаһы булараҡ, ул большевиктар революцияһына тиклем дә сәйәси әүҙемлек күрһәткән. Илебеҙ өсөн иң ауыр ваҡытта, дин ҡыйратылған осорҙа, 1936 – 1950 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты (ДУМЕС) рәйесе​ вазифаһын башҡара.

Ғабдрахман Рәсүлев ​ Учалы районының Аҡҡужа ауылында тыуған. Белемде Троиц­киҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә алған. 1968 йылда Парижда сыҡҡан мәҡәләһендә француз тарихсыһы Александр Бенигсен был мәҙрәсәнең кимәле хаҡында һоҡланыуын йәшермәйенсә: “Рәсүлиә” – мосолман донъяһының иң яҡшы академик инсти­туттарының береһе”, – ти.

Ғабдрахман Рәсүлев атаһының юлын дауам итә. Иң мөһиме,​ бөйөк башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтең руханиәттәге юғары кимәлен, юғары вазифаһын аңлап ҡабул итеп,​ заман ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, дини ғилемде үҫтергән шәйех ул. Уның халыҡ, ил алдында атҡарған эштәре һәм рухи кимәле атаһыныҡынан һис кәм түгел.

Бына ошоға нигеҙләнеп,​ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә, ил именлеге өсөн тәрән ватансылыҡ тойғоһо менән доға ҡылып, ғәмәлдәре менән мосолмандарҙы, бөтә халыҡты Еңеүгә, илде һаҡлауға ойош­торған, ҡыуаныслы 9 Майҙы яҡынайтыуға көс һалған Ғабдрахман Рәсүлевте​ лайыҡлы итеп телгә алыу – бурысыбыҙ ғына түгел, ә тарихи ысынбарлыҡты тергеҙеү, сауаплы эш тә. Шағирә һәм журналистың эҙләнеү­ҙәренә, фекеренә фән белгестәре лә ҡушылыр тип уйлайым, сөнки ​ Ғабдрахман Рәсүлевтең ислам дине ғалимы, сәйәсмән булараҡ та эшмәкәрлеге тураһында уның дәүерҙәштәре һүҙ әйткән кеүек, беҙҙең замандаштарҙың, ​ белгестәрҙең дә фекерен ишетеү зарур.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ваҡи­ғаларға әйләнеп ҡайтайыҡ. Өфөлә 1942 йылда мосолмандар съезында Ғабдрахман Рәсүлев фашистарға ҡаршы изге һуғыш – “джихад” иғлан итә, Ҡыҙыл Армия сафында көрәшергә саҡырып, халыҡ алдында ялҡынлы телмәр тота: “Бөгөн ҡулына ҡорал алып, немецтарға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡан, беҙҙең уртаҡ Ватаныбыҙ өсөн көрәшмәгән бер генә иманлы кешенең дә атаһы, ағаһы ҡалманы... Шулай уҡ тылда, фабрика-заводтарҙа​ Еңеү өсөн тырышмаған кеше юҡтыр... Сөнки беҙ, мосолмандар, Мөхәммәт с. ғ. с. һүҙҙәрен бер генә мәлгә лә иҫебеҙҙән сығармайбыҙ: “Ватаныңа һөйөү – ул һинең иманыңдың бер өлөшө”. Был мөрәжәғәт тулыһынса “Труд” гәзитендә баҫылып сыға. Уны СССР-ҙа йәшәгән бөтә мосолман халыҡтарының теленә тәржемә итеп, ауыл-ҡалаларҙа уҡыйҙар. Мосолмандарҙы​ һәм барлыҡ совет халҡын илде һаҡлауға, Еңеүгә ынтылышҡа был һүҙҙәрҙең йоғонтоһо сикһеҙ була. Ул донъялағы бөтә мосолман ил­дәренә, халыҡтарына фашистик Германияға ҡаршы​ көрәшкә берләшеүгә​ сәбәп була.

Ә инде “Известия” гәзитенең 1943 йылдың 30 март һанында Ғабдрахман Рәсүлевтең Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренең уңышы менән ҡеүәтләнеп, ил башлығы И. Сталинға яҙған хаты тулыһынса баҫыла. Ул унда танк колоннаһы төҙөүгә шәхсән үҙе 50 мең һум аҡса күсереүе һәм башҡа мосолмандарҙы ла шундай уҡ ғәмәл башҡарырға саҡырыуы тураһында әйтә.

Мөфтөйҙөң был саҡырыуын бик күп дин әһелдәре, мосолмандар ҡабул итә. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме, Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан мәсетенә ун меңгә яҡын мосолман килеп доға ҡыла. Ҡатын-ҡыҙҙар, мәсеттең ишек алдына һыймайынса, урамда ергә теҙләнә, намаҙ уҡый.

Баймаҡ районының Муллаҡай ауылынан шәйех Ғабдулла Сәйедиҙең улы Әнүәр әүлиә хәтерләүенсә, мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев саҡырыуы буйынса улар Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан мәсетендә йыйылып, көнө-төнө, айҙар буйы доға ҡылып, зекер әйтеп: “Әй, Аллаһ Тәғәләм, халҡыбыҙға, яугирҙәребеҙгә көс-ҡеүәт бир. Яуыз дошмандан илебеҙҙе азат итергә насип ит!” – тип теләй. Был зекерҙәрҙә Күгәрсендән Шәмиғол хәлфә, Белореттан Шәмсетдин мулла кеүек халҡыбыҙҙың башҡа аҫыл зат­тары ла ҡатнашҡан. Уларҙың доғалары ла Еңеү көнөн яҡынайтыуға өлөш индергән, иншаллаһ!

Ил башлығы ла яуапһыҙ ҡалмай. “Ҡыҙыл Армияның танк ғәскәрҙәрен хәстәрләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Минән сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итегеҙ”, – тип яуап бирә ул баш мөфтөйгә. Тап Ғадрахман ​ Рәсүлев менән осрашҡандан һуң И. Сталин киң билдәле “Ни шагу назад!” тигән бойороғона ҡул ҡуя, сөнки мөфтөй уға: “Бары тик сигенмәһәк кенә еңәсәкбеҙ”, – тип әйтә. Үҙенә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән юғары мөмкинлектән файҙаланып, шәйех Ғабдрахман хәҙрәт Сталинға Ҡыҙыл Армияның Балтик диңгеҙенән алып Ҡара диңгеҙгә тиклем нисек сигенгәнен күрһәтә. Бына нисек тыуа ул илде һаҡлар, яҡлар бойороҡ!..

Совет осоро – атеизмдың сәскә атҡан мәле. Әммә Ғабдрахман Рәсүлевтең ҡеүәте, бәрәкәте менән ил мосолмандарына хажға юл асыла, ул тәүгеләрҙән булып дини календарҙар сығара башлай. Башта Силәбе өлкәһенең Мейәс ауылында, Ишембай ҡалаһында, торараҡ Башҡортостанда ябылған 17 мәсетте яңынан асалар. Ислам дине буйынса китаптар нәшер ителә.

Үҙ ғәмәлдәренең хаҡ булыуына инанған Ғабдрахман Зәйнулла улы СССР мосол­мандарының Үҙәк Диниә назараты исеменән дини ойошмаларға ярҙам итә, һис ҡурҡ­майынса, уларҙың эшмәкәрлеген күтәрә. 1950 йылға тиклем илдә яңынан 917 дини ойошма асылып теркәлгән. Илдә ислам динен таратыу, нығытыу өсөн бөтә булған рухи көсөн, алған белемен һалып эшләй. 20 йылдан ашыу совет дәүләтенән рәсми рәүештә берәү ҙә хажға бармаған була, тап Ғабдрахман Рәсүлев мосол­мандарға юл аса, делегация етәксеһе булараҡ, хаж ҡыла.

Уның танылған һәм ихтирамға лайыҡ дин әһеле булыуы тураһында йәнә лә үҙе иҫән саҡта “Ислам дине” тигән әҫәрен ҙур тираж менән сығарып, халыҡҡа тарата алыуы ла һөйләй. Ғ. Рәсүлевтең юллауы һөҙөмтәһендә 1948 йылдың октябрендә IV мосолман съезы асыла. Быға тиклемгеһе 22 йыл элек, йәғни 1926 йылда үткән була. Сарала 53 делегат ҡатнаша һәм съезд ҡарары менән ойошманың исеме үҙгәртелә – СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты тип атала башлай. Мосолмандарға кәрәк булһа, ул власть органдарына туранан-тура мөрәжәғәт итеп, бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә ты­рышҡан. Мәҫәлән, 1949 йылда Дини мәсьә­ләләр буйынса совет рәйесе Полянский менән осрашып, тәҡбир әйтеү, ҡорбан килтереү йолаларының ҡанундарға ярашлы булыуын раҫлай, ҡабаттан тергеҙеүгә өлгәшә. Шулай уҡ тәүгеләрҙән булып зәм-зәм һыуын тарата башлай. Хаж ҡыла алмаған мосолмандар уның был ғәмәлен күҙ йәштәре аша рәхмәт менән ҡабул итә.

Мәүлит байрамдарын да Ғабдрахман хәҙрәт киң йәйелдереп ебәрә. ​ Бына ошоларҙың барыһын​ да тәрән аңлап, уйлаһаң, шәйехтең СССР-ҙағы абруйының ни тиклем юғары булыуын күҙаллап була. Архив документтарында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, унан һуң да Өфөнөң Туҡай урамындағы 1-се йәмиғ мәсетенә халыҡтың эркелеп йыйылыуы, намаҙ ваҡыттарында мәсеткә генә түгел, уның ишек алдына һыймайынса, урамда саждә ҡылыуы төбәктә имандың ҡеүәте, уның башында торған шәйех Ғабдрахман мөфтөйҙөң ошо ғәмәлдәрҙе атҡарыуҙағы эшмәкәрлеге, арбуйы хаҡында һөйләй.

Шаран, Мишкә райондарының эске эштәр бүлектәре начальнигы булып эшләгән Рауил Ялсин, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә һәм ауыл тарихтары, дин менән ҡыҙыҡһынып, үҙенсәлекле архив мәғлүмәттәренә юлыға.
Шунда ул Ғабдрахман Рәсүлев хаҡында ла байтаҡ мәғлүмәт таба. Милиция хеҙмәткәрен мөф­төйҙөң көслө ихтыярын сағылдырған дәлил­дәр таң ҡалдыра, сөнки Ғабдрахман Рәсүлев төбәктәрҙә динде нығыта. “Уға аяҡ салырға ла теләүселәр табыла, әммә берәү ҙә Ғабдрахман Рәсүлевте йүгәнләй алмай”, тип һығымта яһап ҡуя ул “Башҡортостан Респуб­ликаһы территорияһында Исламдың аяҡҡа баҫыуы һәм таралыуы” тигән китабында.

Ул заманда Башҡортостан, Рәсәйҙең Ислам дине үҙәге булған кеүек, бөгөн Зәйнулла ишан, уның улы шәйех Ғабдрахман Рәсү­левтең, Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди ишан кеүек​ башҡа мәшһүр шәйехтәребеҙҙең һәм​ әүлиәләребеҙҙең исеме халыҡҡа кире ҡайтыуы, дәүләт кимәлендә халыҡ-ара дини-ғилми саралар үткәрелеүе, республика­быҙҙың әле лә илебеҙҙең ​ ислам дине үҙәге булыуы хаҡында һөйләй.

Хажға барыуы ла үҙе бер хикмәтле сәфәр була. Был хаҡта Дим буйы башҡорто Абдрахман Юныс улы Сәлихиҙең шәйехтең үҙенән ишеткән яҙмалары һаҡланған. СССР мосолмандары хаж ҡылғанда, Ғабдрахман Рәсүлевкә Ҡәғбәтуллаға инергә рөхсәт бирелә. Бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет был!

Улай ғына ла түгел, уға пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. ҡәбере урынлашҡан япма эсенә үтергә рөхсәт ителә. Шунда Ғабдрахман мөфтөй, күҙ йәшенә төйөлөп, Ҡиәмәт көнөндә СССР мосолмандары өсөн шәфәғәтен, ҡурсауын, яҡлауын һорап доға ҡыла, пәйғәмбәребеҙгә мөрәжәғәт итә. Ошо мәлдә уға нур төшә, ул пәйғәмбәребеҙҙең тауышын ишетә һәм уны илаһи нур эсендә күрә. Ихлас мосолман кешеләре был хәл аша Ғабдрахман Рәсүлевтең ни тиклем юғары ​ рухи кимәлдә булыуын баһалай ала.

Ғабдрахман мөфтөйҙөң Ислам дине донъяһында абруйы шул тиклем ҙур, хатта сит илдәрҙә лә эшмәкәрлеген өйрәнәләр. 1947 йылда Америкала сыҡҡан “Диндә кемдең кемлеге” тигән китабына уның биографияһы ла ингән.

Зәйнулла Рәсүлевте “Волга – Урал төбәгендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙар йәм­ғиәтенең һуңғы Бөйөк шәйехе” тип атаған​ АҠШ-тың Калифорния университеты профессоры Хәмит Алғар: “Ғабдрахман Рәсү­левтең Хәлидиә-Нәҡшбәндиә суфыйҙар туғанлығында атаһының хәлифәһе, силсилә буйынса рухи юғарылығын дауам иткән шәйех булыуы шик тыуҙырмай”, тип яҙа.
Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич шәйех Зәйнулла Рәсүлевте ерләүҙә ҡатнаша. Ул Зәйнулла шәйех мөридтәренең йыйылышта​ Ғабдрахман Рәсүлевте​ атаһы Зәйнулла ишандың юғары рухи кимәле​ күскән Юғары​ шәйех итеп таныуҙарын, ҡабул иткәндәрен​ яҙып ҡалдырған.​ Бабич ​ был хаҡта “Ишан үлгәс” тигән мәҡәләһендә һөйләй һәм әҫәрен: “Ғабдрахман Рәсүл, һиңә ишанлыҡ – ҙур мираҫ, булһаң ишан, мәғнүн урынына ғилем – әхлаҡ өләш!” – тип тамамлай.

Зәйнулла Рәсүлевтең күренекле вариҫ­тарының береһе – фән менән шөғөлләнеүҙе ҡазый (мосолман хөкөмсөһө) карьераһынан өҫтөн күреп, мәғрифәтсе һәм ҙур әҫәрҙәр авторы булараҡ танылыу тапҡан Ризаитдин Фәхретдинов та уның юғары рухи кимәленең улына күсеүе тураһында хәтирәләрендә яҙа. Был һис юҡҡа түгел. Шулай булмаһа, Ғабдрахман Рәсүлев Совет дәүләтендә ислам динен нығытыуға өлгәшә алыр инеме?!

Төбәгебеҙҙә әүлиәләргә ҡарата тәрән хөрмәт һаҡланған. Совет осоронда ла халыҡ әүлиәләр доғаһына һыйынып йәшәгән. Башҡорт халҡының тәрән ихласлыҡ менән Аллаһ Тәғәләгә табыныуы уға меңәр йылдар аша үтергә ярҙам иткән. Күпме халыҡтың исеме тарих саңында юҡҡа сыҡҡан, ә беҙҙең милләт йәшәй. Асылыбыҙға, ихласлығыбыҙға тоғролоҡ кәрәк.
Ғабдрахман Рәсүлевтең мөридтәре, ана шул рухи бәйләнеште һаҡлап, Башҡортос­тандың һәр төбәгендә ислам нурын таратҡан. Уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып 90-сы йылдарына, яңы быуат башында 2000 йылдарға тиклем Мөжәүир хәҙрәт, Әнүәр әүлиә, Мансур хәҙрәт, Шәмсетдин хәҙрәт, Имаметдин хәҙрәт, Шибли мулла, Нуретдин хәҙрәт халыҡты аҫабалар иманында тәрбиәләгән. Улар барыһы ла – Зәйнулла шәйехтең, уның юлын дауам иткән улы Ғабдрахман Рәсүлевтең тоғро уҡыусылары. Уларҙың һәр ҡайһыһы, ата-бабалар юлына, иманға тоғро ҡалып, быуаттар дауамында халҡыбыҙҙы тәрбиәләгән.

Билдәле ҡурайсы Мөхәммәт Түләбаев 1940 – 1950 йылдарҙа шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең ейәне Шәм­сетдин хәҙрәткә Мансур мулла, Мөжәүир хәҙрәт, Сәғәҙәтдин мулла, Ҡәүи мулла, Хәйретдин мулла кеүек заманының билдәле дин әһелдәре килеп зекер әйтеп, балалар, халыҡ менән бергә ҡырға сығып, доға ҡылып, дини саралар ойоштороуҙарын яҡшы хәтерләй. Ата-бабаларыбыҙҙың изге юлына тоғро әүлиәләребеҙ, шәйехтәребеҙ илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы төрлө бәләләрҙән, афәттәрҙән​ һәр ваҡыт һаҡлап​ килгән. Шәйех Ғабдрахман мөфтөй ҙә совет осоронда​ иман ҡотон ҡеүәтләй алған, Башҡортостаныбыҙҙы бар яҡлап​ та ырыҫлы төбәккә әйләндереүгә мәғәнәүи көс һалған.

Ғабдрахман мөфтөй 1950 йылда Өфөлә баҡыйлыҡҡа күскән, ул Туҡай мәсете янында ерләнгән. Аңлаған кешегә уның һуңғы төйәгенең урыны ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ул ғүмере буйы ошо мәсеттән иман нуры таратҡан. Бөгөн республикала рәсми рәүештә зекер әйтеү, Мәүлит байрамдары тәүгеләрҙән булып тап ошо мәсеттә ойошторола икән, ул, әйтерһең, әле лә хаҡ юлдағыларҙы ошонда туплай, әүәлгесә рухи остаз булып ҡала.

Мәшһүр шәйех Зәйнулла Рәсүлев беҙгә илаһи заман тураһында әйтеп ҡалдырған, һәм ул дәүер килде, минеңсә. Бары тик мил­ләтебеҙ, ошо яңылыҡты аңлап, бөтә йөрәге менән ҡабул итергә, аңына һең­дерергә бурыслы: “Халҡыбыҙҙың сабыр­лығы иманы кеүек үк сикһеҙ. Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәте сикһеҙ, ул күргән михнәттәр өсөн лайыҡлы әжерен дә ебәрә. Ул көнгә мин барып та етә алмам, моғайын, әммә бер мәл бер нәмә лә Хәҡиҡәттең яҡты нурын ҡаплай алмаясаҡ”.

Нисәмә йылдар дауамында шәйех Ғабдрахман Рәсүлевтең исеме тыйылып килгән, уның Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә индергән өлөшө тураһында яҙырға, һөйләргә ярамаған, әммә Хәҡиҡәттең яҡты нурын ҡаплап булмай. Бөгөн беҙ данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын, уның мәшһүр генералы Миңлеғәле Шайморатовты күҙ йәштәре аша хәтергә алабыҙ, исемдәрен данлайбыҙ икән, Ғабдрахман Рәсүлев, атаҡлы яугирҙәрҙең хәлен тойомлап, шул көндәрҙә үк күҙ йәштәре аша доғаларын ҡылған. Ул: башҡорт халҡының Ватанына тоғролоғо сикһеҙ, иманы ныҡ икәнен белгән. Ул үҙе ана шул еңелеү белмәҫ яугирҙәр сафында, яҡты ғәмәлдәре, Аллаһ Тәғәләгә, Ватанға, иманға тоғролоғо менән исемен мәңгелеккә, йөрәк түрҙәренә яҙа. Ундай сәйәси, имани эшмәкәрлек алып барырлыҡ дини шәхестәр быуатҡа бер тыуа, күрәһең.

Рәсәй Президентының бөгөн килеп уның һүҙҙәрен телгә алыуы, Ғабдрахман Рәсү­левтең исеме, эшмәкәрлеге ваҡыт һынау­ҙары аша үтеп, Аллаһ Тәғәлә бәрәкәте менән йоғонто яһауы тураһында һөйләй. Вата­ныбыҙға тоғролоҡ һәм һөйөү беҙгә һинең ғәмәлдәрең, йөрәк һүҙҙәрең аша ла күскән, хөрмәтле шәйех Ғабдрахман мөфтөйөбөҙ!
Читайте нас: