Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
13 Марта 2020, 07:00

Ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығырға мөмкин

Республикала быйыл 52 гүзәл зат 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Улар — һигеҙ йәшкә еткәнсе биш бала тәрбиәләгән әсәләр. Әлбиттә, бының өсөн 15 йыл стаж булыуы ла мөһим. Быға бала 1,5 йәшкә еткәнсе декрет йылдары ла инә. Шулай итеп, биш балалы әсәйҙәргә илле йәштән пенсияға сығыу өсөн туғыҙ йыл эш стажы кәрәк буласаҡ.
Илдең Алыҫ Төньяҡ райондарында эшләп, ике һәм унан күберәк бала үҫтереп, 12 йыл хеҙмәт стажы йыйған әсәйҙәр ҙә бындай хоҡуҡҡа эйә. Тыумыштан инвалид баланы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе, шулай уҡ илле йәше тулыу менән пенсияға сыға ала.
Яңы закон буйынса, өс бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар — 57 йәштә, дүрт бала әсәләре 56 йәштә, йәғни ваҡытынан 4 йыл алда, пенсияға сығыу хоҡуғына эйә.
Александр Комзалов,
райондағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас