Инйәр
+8 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
28 Февраля 2020, 06:57
“ITВ Berlin 2020”
Март башында Башҡортостандан эшҡыуарҙар делегацияһы Германияның баш ҡалаһы Берлинға юлланасаҡ.
Март башында Башҡортостандан эшҡыуарҙар делегацияһы Германияның баш ҡалаһы Берлинға юлланасаҡ.
Улар 2 – 8 мартта үткәреләсәк 54-се “ITВ Berlin 2020” халыҡ-ара туристик күргәҙмәгә йыйына. Башҡортостан эшҡыуарлығы өсөн был мөһим һәм кәрәкле хәл-ваҡиға республикала “Башҡортостан Республикаһында экпорттың үҫеше” төбәк проектын һәм ил Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр комитетында белдереүҙәренсә, “ITВ Berlin 2020” – донъя кимәлендәге туристик сәйәхәттәр күргәҙмәһе. Унда йыл һайын 180-дән ашыу илдән 10 мең тирәһе белгес ҡатнаша. Был иһә был сараның әллә ниндәй ҙур мөмкинлектәргә эйә икәнлеге хаҡында һөйләй. Унда туроператорҙар, авиакомпаниялар, ҡунаҡханалар, туризм менән бәйле предприятиелар һәм башҡа бик фәһемле осрашыуҙар үткәрелә.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр комитетында ошо үҙенсәлекле күргәҙмәгә әҙерлек, ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"