Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
30 Января 2020, 07:53
«Урал батыр» эпосы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә нәшер ителде
Өфөлә «Урал батыр» китабы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе
Төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы – филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов. Эпосты башҡортсанан руссаға – яҙыусы Әхиәр Хәкимов, инглиз теленә Зөһрә Рәхимова тәржемә иткән. Инеш мәҡәләне рус теленә тәржемәләүсе – Фәрит Әхмәҙиев, ә инглиз теленә – Римма Шәйбәкова. Рәссам – Азат Мөхтәруллин.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының аҫыл хазинаһы. Әҫәргә донъя мәҙәниәтендә билдәле булған архаик эпостың дөйөм типологик һыҙаттары, үҙенсәлекле этник колорит хас.
Баҫма фольлорҙы өйрәнеүселәргә, шулай уҡ башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Китап З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылған, уны нәшриәттең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1407338-bashkirskiy-epos-ural-batyr-izdali-na-bashkirskom-russkom-i-angliyskom-yazykakh/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"