Ошо көндәрҙә Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында “Ауыл – үҫеш территорияһы” тип исемләнгән студенттар форумы уҙҙы.
Сарала БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин, БР Ауыл хужалығының йәштәр министры Илнур Юлдыбаев, Үҫемлекселек селекцияһы буйынса кафедра доценты Надежда Анохина, БР Ауыл хужалығы министрлығының баш белгес-эксперты Алевтина Пицко, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдире Филүс Бадрәнов һәм ошо уҡыу йорто студенттары ҡатнашты.
Пленар өлөштә ауыл биләмәләрендә йәшәүсе йәштәргә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде. Улар араһында ауыл хужалығы комплексында эш урындарын булдырыу, Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алыу мөмкинлеге иң мөһимдәренең береһе булды.
Форумдың практик өлөшө И.Р.Юлдыбаев етәкселегендә уҙҙы. Илнур Рәхимйән улы социаль йүнәлештә проект төҙөү серҙәрен өйрәткәс, студенттар төркөмдәргә бүленеп, үҙҙәренең инициативаларын тормошҡа ашырыу буйынса проекттар тәҡдим итте. Улар араһында колледжда уҡыусылар өсөн айырым оҫтахана бүлмәһен асыу һәм районда махсус экологик акциялар үткәреү кеүек йүнәлештәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.