Илебеҙ президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, ағымдағы Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. “Тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуҙы үткәреү йәһәтенән, 2020 йылда Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылын үткәрергә ҡарар итәм”, - тиелә документта.
Ошо уңайҙан районда “Ветеран менән ял көндәре” тип исемләнгән акция ойошторолдо. Сарала Йәмәғәт Советы, Йәштәр гвардияһының урындағы бүлексәһе ағзалары һәм волонтерҙар ҡатнашты. Һуңғы көндәрҙә яуым-төшөмдөң күпләп яуыуы, көслө бурандар булыуы сәбәпле, юлдарҙы ҡар баҫты. Ошо йәһәттән йәштәр Архангел ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Айытбаевтың ғаиләһенә барып, юлдарҙы ҡарҙан таҙартты.