Инйәр
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 18:55

Ижад кисәһе

Тормош – ул театр. Һәр ижад кешеһе – үҙе бер ҡабатланмаҫ донья.

Тормош – ул театр. Һәр ижад кешеһе – үҙе бер ҡабатланмаҫ донья. Улар болондағы сәскәләр кеүек: төрлө-төрлө һәм һәр береһе дөйөм хозурлыҡҡа үҙ биҙәген өҫтәй. Берәүһен генә өҙ, матурлыҡ һүрелә төшә, гүзәллек кәмей.Сәхнәләргә сығып, халыҡ алдында төрлө образдарға инеп, режиссер ышанып тапшырған ролде тамашасыға тулыһынса еткереү бик оло эш. Район мәҙәниәт йортонда тиҫтәләгән йылдар эшләп килгән “Өмөт” халыҡ театры тарафынан әҙерләнгән спектаклдәргә, тамашаларға тамашасылар ихлас йөрөй, яратып ҡабул итә. Шундай ҙур уңыштарға өлгәшеүҙә театрҙа төрлө йылдарҙа эшләгән режиссерҙарҙың эше менән бер рәттән театрҙа уйнаған актерҙарҙың да өлөшө ҙур.
“Өмөт” халыҡ театрының иң тәжрибәле актерҙарының береһе Рәүфилә Әлимғолованың ошо көндәрҙә ижад байрамы булып үтте. Рәүфилә өсөн театр сәхнә тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә күптән әүерелгән инде. Төрөк халҡының бер мәҡәле бар: “Ашағаныңды берәү күреү кәрәк, эшләгәнеңде күбәү күреү кәрәк”. Рәүфиләнең хеҙмәтен бик күптәр күреп, шундай юғары баһа биреүҙәренә дәлил булған байрам кисәһенең шулай матур ойошторолоуында, әлбиттә, режиссер Вәлимә Өмөтбаеваның хеҙмәте ҙур. Уға оло рәхмәт! Шулай ҙабашҡа нәмә тураһында һүҙем. Һүҙ ябай ауыл ҡыҙы, яҡташтарының ихлас, эскерһеҙ һөйөүе тураһында... Күрше райондарҙан туғандары, дуҫтарының, бигерәк тә ауылдаштарының берҙәм рәүештә кисәгә килеүҙәре, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр тотоп сәхнәгә күтәрелеүҙәре ысын тамашасы ихтирамы һәм рәхмәтле һөйөү хистәрен дә күрһәтте.
Матур тәбиғәтле Абҙан ауылы һыуҙары, тау-урмандары, аллы-гөллө сәскәле яландарына һоҡланыу Рәүфиләнең йөрәген дөрләтеп, илһамын үҫтергән. Ошо ауылдың урам-тыҡрыҡтарынан, һуҡмаҡтарынан оло юлға сыҡҡан. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө көнгә килеп еткән. Рәүфилә Рәхмәтулла ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле, ире менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, ҙур тормош юлына сығарғандар. Олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетенә лә ирешкәндәр. Эйе, Рәүфиләнең берҙәм, татыу ғаиләһе – тормош иптәше Хәмзә, уларҙың ғаилә биҙәктәре – балалары- тормош юлындағы ҡаҙаныштарының төп терәге һәм илһам сығанағы икәненә асыҡ дәлил булыуын күрһәтте. Үҙеңдең кешеләргә кәрәкле, хөрмәтле икәнеңде тойоу бөтә кешегә лә оло шатлыҡ, кинәнес бирә. Район Советы рәйесе Рәүеф Рәхмәтуллин, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ысын күңелдән сығыш яһап, халҡыбыҙҙың рухлы ҡыҙының хеҙмәтенә оло баһа бирҙеләр. Кисәлә сығыш яһаусы һәр кем Рәүфилә Рәхмәтулла ҡыҙының изге күңелле, ярҙамсыл, мөләйем булыуын ҡабат-ҡабат әйтеп үтте. Күршеләре уның тыныс, хисле булыуын хәтерләһә, бергә эшләгән ижадташы, режиссер Вәлимә Өмөтбаева уның тынғыһыҙ, уңған, һәр эшкә лә яуаплы ҡарауын билдәләп үтте. Ул үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге, асыҡ күңеллелеге менән бар кешене лә үҙенә һис шикһеҙ йәлеп итәлер. Тормош юлы ҡайҙарға ғына алып барһа ла, һәр ерҙә сәнғәт менән бергә атлай. Тәүге сығыштар сәхнәгә булған ҡыҙыҡһыныуҙы уятып ҡына ҡалмай, тормошоноң мәғәнәһенә әүерелә. Театрҙа тиҫтәләгән ролдәрҙе генә башҡарып ҡалмай Рәүфилә Әлимғолова, ағинәйҙәр үткәргән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәт бүлеге артистарының сығышы үҙе бер ҡабатланмаҫ, илаһи мәл бүләк итеп, тамашасыларҙың йөрәген елкетте.
«Был байрам кисәһенән һуң яҡташтарым менән ғорурланыу, уларға һоҡланыу һәм оло рәхмәт тойғоһо кисерҙем. Хеҙмәтеңде шулай юғары баһалауҙарын күреү, күңел байрамы кисереү рәхәтлеген тойоу – үҙе ҙур бәхет”,- ти мәҙәниәт хеҙмәткәре. Кисә бер туған ҡыҙҙар Рәүфилә Әлимғолова,Тәғлимә Яҡшығолова һәм Нәилә Кинйәбулатовалар башҡарған “Туғандар” йыры менән тамамланды. Ысынлап та, йылдар үтеү менән сәстәргә сал ҡунһа ла, күңел һәр саҡ йәшлектә ҡала шул. Ижады емешле, изге эштәр менән тулы тормошо уны һәр саҡ ҡыуандырып, тағы ла дәртләндереп торһон.
Зилә Фәйзуллина,
район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

Читайте нас: