Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
26 Декабря 2019, 10:05
Әле үк мәғлүмәт тупланылар
Ағымдағы йылдың 14 ноябренән ғәҙәттәгесә район мәктәптәрендә Рәсәй Пенсия фондының урындағы идаралығы белгестәре тарафынан пенсия өлкәһендә грамоталылыҡты үҫтереү көндәре ойошторолдо
Добавить в предпочтительные источники Google
Мәғлүмәти белем биреү программаһының төп бурыстары — уҡыусыларҙы пенсия хоҡуҡтары һәм уны иҫәпләү, пенсияны иҫәпләгәндә аҡ эш хаҡының роле тураһында мәғлүмәтле, пенсия ҡануниәте өлкәһендә белемле итеү, илебеҙҙең пенсия һәм социаль тәьминәте системаһының биләгән урыны һәм функциялары хаҡында, айырым шәхси иҫәптең страховка номерын алыу маҡсатында мотлаҡ пенсия страховкалау системаһының әһәмиәте һәм унда теркәлеү мөһимлеген аңлатыу.
Идаралыҡ начальнигы А.А.Комзалов һәм уның урынбаҫары — страховка иғәнәләрен администрациялау, персонификацион иҫәп, страховкалаусылар менән үҙ-ара мөнәсәбәт һәм бурыстарҙы түләтеү бүлеге начальнигы М.А.Казакова, пенсияларҙы тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү, страховкаланған шәхестәрҙең пенсия хоҡуҡтарын баһалау бүлеге начальнигы Л.Н. Солтанбәкова лекциялар уҡыны, асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Улар барышында уҡыу әсбаптарынан тыш, видеороликтар, лифлеттар һәм башҡа мәғлүмәт белешмәләре ҡулланылды. Шулай итеп, пенсия буйынса грамоталылыҡ дәрестәре райондың 9 белем биреү учреждениеһында үткәрелде һәм уларҙа 310 уҡыусы, студент һәм уҡытыусы ҡатнашты.
Тыңлаусыларыбыҙ, киләсәктә эшләүсе граждандар категорияһына әүерелгәс, әлеге дәрестәрҙә алған белемдәре ярҙамында пенсия нисек тупланыуын күҙ алдына килтерер тип өмөт итәбеҙ. Пенсия йәшенә еткәс, тормоштары лайыҡлы кимәлдә булһын өсөн балалар хеҙмәт дауамында үҙҙәренән һәм эш биреүсенән ниҙәр талап ителгәнен әле үк билдәләп, ныҡлы һығымта яһаны.
Александр Комзалов,
райондағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"