Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
19 Июля 2018, 09:19

Үҙгәрештәр —1 июлдән

2018 йылдың 1 июленән коммуналь хеҙмәттәр өсөн планға ярашлы тарифтар индексацияланды һәм республиканың 13 районы йылытыу миҙгеле осоронда яңы түләү хеҙмәтенә күсте.

Добавить в предпочтительные источники Google
2018 йылдың 1 июленән коммуналь хеҙмәттәр өсөн планға ярашлы тарифтар индексацияланды һәм республиканың 13 районы йылытыу миҙгеле осоронда яңы түләү хеҙмәтенә күсте.

Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар йыл һайын 1 июлдән индексациялана. Тәүге ярты йыллыҡтағы тарифтар декабргә тиклем уҙған йылдыҡынан артмай. Икенсе ярты йыллыҡта граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр индексы артыуы буйынса билдәләнә.

2017 йылдың 26 октябрендәге РФ Хөкүмәте ҡарары ме­нән 2018 йылға Рәсәй Федерацияһы субъект­тарында уртаса граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙгәргән түләүҙәр күләме индексы раҫланған. Концессия килешеүҙәре һәм инвес­тиция программаларын тормошҡа ашырыу ар­ҡаһында һыу һәм йылылыҡ энергияһын ҡулланыусылар һан һәм сифат йәһәтенән тейешле кимәлдә тәьмин ителәсәк.

Башҡортостан Республикаһында электр энергияһы Волга буйы федераль округына ҡарағанда түбән. 1 июлдән ҡалала йәшәүсе граждандарҙың йортонда стационар һәм газ плиталары булған осраҡта, КВт.сәғәте—3,01 һум буласаҡ, ауыл ерендәге ҡулланыусыларға — КВт.с.—2,11 һум, уҙған йылдың декабре кимәленә—4,87%.

1 июлдән уртаса алынған эсәр һыу хаҡы —24,77 һум. 1 куб м НДС-ты иҫәпләп, үҫеш 6,21 процент тәшкил итә. Һыу биреү хеҙмәттәре тарифтары буйынса республика уртаса кимәлдән саҡ ҡына юғарыраҡ урынды биләй, 1 куб м НДС-ты иҫәпкә алып —25,72%.

Йылылыҡ энергияһына уртаса үлсәнгән тариф 1 Гкал —1920,88 һум, НДС-ты иҫәпкә алып, тәүге ярты йыллыҡ кимәленә үҫеш —5,17%.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы буйынса 2018 йылдың 1 июленән билдәләнгән сикләүҙәр сиктәрендә граждандарҙың дөйөм түләү үҙгәреше индексы буйынса коммуналь хеҙмәттәр:

һыу менән тәьмин итеү —6,21%;

һыу биреү—17,7%;

йылытыу —5,17%;

газ менән тәьмин итеү—3,4%;

электр менән тәьмин итеү—5,9% тәшкил итә.

2017 йылда БР Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, йылытыу осоронда ғына йылылыҡ буйынса хеҙмәттәргә түләүгә дүрт муниципаль район күсте: Баҡалы, Дәүләкән, Илеш, Ҡый­ғы. 2018 йылдан уларға тағы 13 район ҡушыла, шулар иҫәбендә Өфө ҡалаһы ла бар. БР Дәүләт комитеты раҫлаған (29.09.2016 й.,№122) ҡулланыу нормативтары күҙ уңында тотоласаҡ. Шуны билдәләргә кәрәк, 1-2 ҡатлы йортта һәм 1999 йылға тиклемге торлаҡта йәшәгән ҡулланыусылар өсөн шаҡтай үҫеш көтөлә.

Билдәләнгән тарифтар ме­нән Дәүләт мәғлүмәт системаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың (ГИС ЖКХ) рәсми сайтында “Граждандар өсөн мәғлүмәт” – “Коммуналь ресурстарға тарифтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Миләүшә Бәширова әҙерләне.
Читайте нас